Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Аҡбуҙат" ипподромына ярҙам кәрәк

“Атҡа мендереү”. Халҡыбыҙҙағы был боронғо төшөнсәнең “рухты күтәреү”, “шатландырыу”, “дәртләндереү”, “алға, үҫешкә этәргес биреү” тигән мәғәнәләренә һуңғы йылдарҙа нығыраҡ төшөнә башланыҡ кеүек. Йылҡы малын иҡтисади яҡтан ҡулланыу менән бер рәттән, спорт тармағында ла файҙаланыу, был маҡсатта төрлө милли бәйгеләрҙе тергеҙеү кешеләрҙе, ысынлап та, “атҡа мендерә” башланы. Өфөләге “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенциялар үҙәге, тармаҡтағы төп ойошма булараҡ, ошо эште заманса үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә. “Ярҙам итергә кәрәк” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәйеслегендә үткән быйылғы Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенциялар үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин учреждениеның бөгөнгө хәл-торошо, уңыштары, яйға һалаһы мәсьәләләр тураһында сығыш яһаны. Әйтелгәндәрҙән сығып, республика етәксеһе төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына ипподромдың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә, шул иҫәптән инвестиция проекттары буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәнеп, то
Оглавление
    "Аҡбуҙат" ипподромына ярҙам кәрәк
"Аҡбуҙат" ипподромына ярҙам кәрәк

"Аҡбуҙат" ипподромына ярҙам кәрәк

8 майҙа ат сабыштарының яңы миҙгелен асасаҡ ипподромдың бөгөнгө хәле, пландары хаҡында - яҙмала.

“Атҡа мендереү”. Халҡыбыҙҙағы был боронғо төшөнсәнең “рухты күтәреү”, “шатландырыу”, “дәртләндереү”, “алға, үҫешкә этәргес биреү” тигән мәғәнәләренә һуңғы йылдарҙа нығыраҡ төшөнә башланыҡ кеүек. Йылҡы малын иҡтисади яҡтан ҡулланыу менән бер рәттән, спорт тармағында ла файҙаланыу, был маҡсатта төрлө милли бәйгеләрҙе тергеҙеү кешеләрҙе, ысынлап та, “атҡа мендерә” башланы. Өфөләге “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенциялар үҙәге, тармаҡтағы төп ойошма булараҡ, ошо эште заманса үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә.

“Ярҙам итергә кәрәк”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәйеслегендә үткән быйылғы Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты компетенциялар үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин учреждениеның бөгөнгө хәл-торошо, уңыштары, яйға һалаһы мәсьәләләр тураһында сығыш яһаны. Әйтелгәндәрҙән сығып, республика етәксеһе төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына ипподромдың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә, шул иҫәптән инвестиция проекттары буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәнеп, тормошҡа ашыра башларға ҡушты.

– Ярҙам итергә кәрәк. “Аҡбуҙат”ҡа ҙур инвестиция талап ителә, был турала фекер алышҡайныҡ. Ысынлап та, ипподромға халыҡ йылдан-йыл күберәк ылыға, ҡыҙыҡһына. Беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, киң танытыу йәһәтенән ҙур эштәр алып барабыҙ, был маҡсатты Шишмә районында төҙөлгән үҙәк менән дә бәйләйбеҙ, – тине Радий Фәрит улы, учреждениела заманса эшмәкәрлек йәйелдереү мөһимлеген билдәләп.

Билдәле булыуынса, “Аҡбуҙат” илдә төп ипподромдарҙың береһе иҫәпләнә. Тарихы үткән быуаттарҙан – 1883 йылда Рәсәйҙең йылҡы заводы һәм йылҡысылыҡ буйынса төп идаралығы Өфөлә ипподромлы ат һарайы төҙөү проектын ҡабул иткәндән башлана. Тиҫтә йылға яҡын ваҡыттан һуң иһә үҙәк матбуғат баҫмаһында исеме лә күренә – илдең 36 ипподромы араһында телгә алына. Учреждение йылдам үҫеш кисерә. 1924 йылда унда юртаҡтар бәйгеһе үткәреү урыны ла булдырыла. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте 1968 йылда яңы ипподром төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Уны Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуына 425 йыл тулыуҙы байрам иткәндә – 1982 йылда тантаналы асалар. Ипподромға “Аҡбуҙат” исеме бирелә.

Билдәле булыуынса, яңы быуат башында, Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары нигеҙендә, учреждение заманса яңыртылды. Унда юртаҡтар ғына түгел, ә тоҡомло менге аттары өсөн ярыштар уҙғарыу, был спорттың олимпия төрҙәре буйынса бәйгеләр ойоштороу мөмкинлеге тыуҙырылды. Сабыш майҙандарына, юлдарына һауа торошоноң һәр осрағына иҫәпләнгән, апробация үткән тупраҡ түшәлде, улар шулай уҡ хәүефһеҙ пластик материал менән кәртәләп алынды. Спорт-күнекмә секторының тотош майҙанына берҙәм дренаж системаһы ҡоролмалары ҡуйылды. 2018 йылда “Аҡбуҙат” ипподромы “Өфө” дәүләт завод ат һарайы менән берләштерелеп, яңы учреждение – “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге барлыҡҡа килде. Әлеге майҙаны 14,5 гектар тәшкил итә. Унда халыҡҡа ярыштарҙы ҡарау өсөн урын йыһазландырылған (асыҡ трибуналар 1500 кеше һыймалы), шулай уҡ спорт-күнекмә, етештереү һәм хужалыҡ секторҙары эшләй.

Ипподром – тәрбиә мәктәбе

– Беҙҙә һәр ваҡыт ҡайнап торған тормош, тиҙлек, хәрәкәт. Тимәк, әлбиттә, даими йүнәтеү торорға кәрәк, – ти “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин. – Мәҫәлән, былтыр көҙ төп трибуналарға өлөшләтә ремонт яһаныҡ. Манеждың ҡыйығын яңырттыҡ, стеналарын буяныҡ. Елләтеү системаһын тәртипкә килтерҙек. Майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыулыҡ был бинаның эсендә тупраҡ тулыһынса алмаштырылды, аҫтына автоматик рәүештә дымландырыу системаһы ҡуйылды. Уға тиклем һыуҙы шланг ярҙамында һиптерергә тура килә ине, хәҙер ифрат уңайлы. Һөҙөмтәлә әле беҙҙең манеждағы шарттар тейешле талаптарға тулыһынса тап килә.

“Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәгенең етештереү бүлеге етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Эльвира Йомағужина манеждағы эш барышын күрһәтте. Унда Башҡортостандың Ат спорты һәм заманса биш алыш буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә, республиканың Ат спорты федерацияһында шөғөлләнгәндәр даими күнекмәләр үтә. Прокат үҙәге лә бар. Һөҙөмтәлә ата-әсә бында бәләкәй генә балаларын да алып килә.

“Халҡыбыҙ һыбай йөрөүҙең ни тиклем әһәмиәтле икәнен нығыраҡ аңлай бара, – ти Эльвира Йомағужина. – Ул баланың тән сәләмәтлеге генә түгел, ә күңел бөтөнлөгө, төрлө яҡлап үҫеше өсөн мөһим. Быны мин үҙем Өфөлә буй еткергән кеше булараҡ әйтәм. Бәләкәйҙән һыбай йөрөргә яраттым, Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алдым, хәҙер башҡорт аттарының тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнәм. Күңелемә бала саҡтан һалынған һөйөү миңә дөрөҫ йүнәлеш бирҙе, ғүмерлек һөнәр һайлатты һәм әле лә даими үҫешкә ынтылдыра.

Аттар донъяһында аҫтыртынлыҡ юҡ. Кемеһенең нимәне нисек ҡабул итерен, ни эшләрен алдан беләһең. Ана, күрәһегеҙ, “Әл-Бораҡ” сабып бара. Ғәрәп тоҡомло шәп ат. Тегеһе – “Рәмис хан”. Ахалтекин тоҡомло ҡара айғыр. Икеһе лә баш бирмәҫ, өйрәнгән кешеләрен генә янына ебәрер таҙа ҡанлы сабыш аттары. Ә быныһы – үҙебеҙҙең башҡорт тоҡомлоһо. Тыныс, сабыр, түҙемле. Бер аҙ битараф, яй һымаҡ күренһә лә, бәйге майҙанына сыҡһа, шундуҡ уҡтай алға атыла. Артта һуҙылып барыуҙы яратмай башҡорт аты. Һыбай йөрөргә өйрәнергә килгән балаларға ҡарата айырыуса түҙемле ул. Бына шулай, һәр аттың үҙ холҡо, кемеһенән нимә көтөргә икәнен беләһең. Асылына тоғро улар. Тимәк, балалар өсөн юғары тәрбиә өлгөһө”.

Бында шәхси йылҡысылар ҙа үҙ аттарын ҡуя, уларҙа күнекмәләр үтә.

Төбәктәр кубогы ни өсөн кәрәк?

Манеждан тыш, үҙәк етәкселеге ат һарайҙарын тәртипкә килтереү, төп трибуналар урынлашҡан бинаны, мәҙәни саралар уҙғарылған сәхнәне яҡтыртыу системаһын яңыртыу буйынса ҙур эштәр атҡарған. Шулай уҡ сабыш юлдарына һыу һибеү өсөн махсус техника, аҙыҡ ташыуға тәғәйенләнгән транспорт, ветеринарҙар хеҙмәтендә үтә кәрәкле УЗИ аппараты алынған.

– Бәйге мәлендә финишты фотоға төшөрөү буйынса электрон системаны ла яңыртырға планлаштырғанбыҙ. Махсус техникалар һатып алыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ учреждениеның музейын ойоштороу күҙ уңында тотола. Сабыш юлдарына капиталь ремонт кәрәк, – ти “Аҡбуҙат”тың директоры Руслан Фәйзуллин. – Үҙәк эшмәкәрлеген заманса үҫтереүгә халыҡ үҙе ныҡлы этәргес бирә. Атта йөрөргә лә, тамашаларҙы ҡарарға ла, ярыштарҙа ҡатнашырға ла кешеләр йылдан-йыл күберәк килә. Бәйгеселәр арта барғанлыҡтан, аҙбарҙарҙы киңәйтеү ҙә талап ителә, сөнки аттарҙы ҡуйырға урын етмәй китә. Әлеге ҡышҡы манежға көсөргәнеште кәметеү өсөн, ошондай уҡ йәйге бина ла төҙөргә уй бар.

Дөйөм алғанда, ипподромда йыл һайын 250-нән ашыу бәйге үтә. Беҙҙә шулай уҡ һыбайлыларҙың халыҡ-ара чемпионаттары, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре, сит илдәр вәкилдәре ҡатнашлығында матч осрашыуҙары ойошторола. Әлбиттә, ошолай тығыҙ бәйләнештә эш алып барыуыбыҙҙың әһәмиәте ҙур. Төрлө яҡтың йылҡысылары, жокейҙары, тренерҙары һ.б. бер-береһенән өйрәнергә, кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып йәшәргә тейеш. Ошо уҡ маҡсатта быйыл беҙҙә төбәктәр кубогы үткәрергә планлаштырғанбыҙ. Унда Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур бәйгеселәре көс һынашасаҡ. Әлегә мәғлүмәттәр буйынса, төбәктәрҙең күбеһе ҡатнашасағын раҫланы.

Әйткәндәй, беҙ һәр йыл башында республикала ярыш аттары тотоусыларҙың йыйылышын үткәрәбеҙ. Уларға ипподромдың быйылға эш планы, бәйгеләр теҙмәһе, үткәреү ваҡыты, приз фонды һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, фекер алышабыҙ. Йылҡысыларҙың тәҡдимдәрен тыңлап, өйрәнеп, үҙәк положениеһына үҙгәрештәр ҙә индерәбеҙ. Элек, мәҫәлән, ярыштарҙы күберәк йомала үткәрә инек. Ә ул көндә күптәр бушамай, һөҙөмтәлә ярышсылар ҙа, тамашасылар ҙа әҙерәк була. Ошоно күҙ уңында тотоп, хәҙер бәйгеләрҙе шәмбелә уҙғарырға тырышабыҙ. Халыҡ күп йыйылған ерҙә, әлбиттә, сауҙа урындары булдырыу, мәҙәни саралар ойоштороу отошло. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, бәйгеләр мәлендә үҙебеҙҙең сәхнә оҫталарын сығыш яһарға саҡырабыҙ. Уҙған йылдарҙа, белеүегеҙсә, турнирҙар барышында бер юлы республика райондары фойела бай күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Халыҡҡа был башланғыс бик оҡшаны. Ғөмүмән, беҙҙә үткән ярыштарҙа райондарҙан бәйгеселәр дәррәү ҡатнашһын, тамашасылар ҙа күберәк килһен тип тырышабыҙ.

Әйткәндәй, урындарҙағы һабантуйҙарҙа еңгән аттарҙы ипподромға йыйып, финал этабын үткәрәйек тигән тәҡдимдәр ҙә бар. Әммә был мөмкин түгелдер. Ни өсөн тигәндә, һабантуйҙағы менән бындағы шарттар араһында айырма ҙур.

Мәғлүм булыуынса, уҙған йылдарҙа турнирҙар барышында ипподромда ҡымыҙ фестивале лә үткәргәйнек. Республикабыҙҙа милли эсемлек етештерелгән хужалыҡтар бихисап, һәммәһе лә уңышлы эшләй. Ошоно иҫәптә тотоп, быйыл да ҡымыҙ фестивале үткәрергә йыйынабыҙ.

Ипподромда йыл һайын 250-нән ашыу ярыш уҙа, тигәйнек. Шул уҡ ваҡытта “Аҡбуҙат”тың бәйгеселәре башҡа илдәрҙәге чемпионаттарҙа ла уңышлы ҡатнаша. Һуңғы осорҙо ғына алғанда ла, мәҫәлән, жокейҙарыбыҙ 2023 йылда Мароккола икенсе, 2024 йылда Туниста беренсе урын алды. Халыҡ-ара чемпионатта быйыл да ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.

“Жокейлыҡҡа өйрәтер инем”

Жокей тигәндән, ошо һөнәргә әҙерләү буйынса эш башларға уйлайҙар.

– Был мәсьәлә буйынса икенсе йыл инде фекер алышыу бара, – ти “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры урынбаҫары Азат Юлдашбаев. – Жокейҙар мәктәбе, һис шикһеҙ, ныҡ кәрәк. Республикабыҙҙа бындай һөнәр эйәләре бармаҡ менән һанарлыҡ тиһәң дә була. Күбеһе – райондарҙа. Жокейлыҡ өсөн бит, оҫталыҡтан тыш, тейешле тән стандарттары булырға, тән ауырлығың, буйың тура килергә тейеш. Улар өсөн тренажер залы кәрәк. Ошо киң яҡлы эште быйыл башларға тип торабыҙ.

Ипподромда бүлек бригадиры Ришат Мостафиндың ат эйәрләгән сағы ине. Ул үҙе жокей ҙа икән. Сығышы менән Дыуан районынан.

– Республикабыҙҙа жокейҙар мәсьәләһе, ысынлап та, ҡатмарлы. Ярыштарҙа саба белеүсегә ҙур ҡытлыҡ тыуа. Уларҙы ат хужалары йыш ҡына ҡырҙан саҡырып алырға мәжбүр, – тип мәсьәләгә ғәмәли нигеҙҙә асыҡлыҡ индерҙе йылҡысы. – Миңә, жокей булараҡ, эш күп, әлбиттә. Сапҡан һайын тәжрибә арта. Белгәндәремде йәштәргә ҙур теләк менән өйрәтер инем. Жокейҙар мәктәбе асылһын ғына, ыңғай эш һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, буласаҡ тип ышанам.

Башҡорт тоҡомон һаҡлау мөһим

“Аҡбуҙат”тың төп һәм иң мөһим эш йүнәлештәренең береһе – башҡорт аттарын һаҡлау, үҫтереү. Ул ошо тоҡом паспортын биргән берҙән-бер учреждение булып тора.

– Үҙәктә ҙур ғилми-етештереү бүлеге бар. Унда селекция эштәре алып барыла. Шулай уҡ республикалағы һигеҙ тоҡомсолоҡ хужалығын хеҙмәтләндерәбеҙ, – ти директор Руслан Фәйзуллин. – Бына апрелдә ошо бүлек белгестәре райондарға сығып, тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында зоотехник саралар уҙғара башлаясаҡ. Бонитировка (малдың тоҡомлолоҡ һәм продуктлылыҡ сифатын баһалау), паспортлаштырыу үткәрелә. Күҙгә күренмәгән, әммә шул хәтлем ҙур эш ул. Башҡорт тоҡомло ат паспортын биреү брендты һаҡлау, киләсәгебеҙ өсөн мөһим. Хужалыҡтар ошо нигеҙҙә нығына, үҫешә. Уларға беҙ дәүләт субсидиялары алыу һәм башҡа яҡтан даими ярҙам итергә тырышабыҙ.

Үҙебеҙҙең ипподром балансында 130 баш самаһы башҡорт аты бар. Уларҙы йылҡысылыҡ хужалыҡтарына бушлай ҡуртымға бирәбеҙ, ғилми-етештереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәммәһенең хәл-торошон, бейәләрҙең ҡолонлау барышын өҙлөкһөҙ контролдә тота. Ғөмүмән, беҙҙең аттарға ихтыяж ҙур.

Милли тоҡомдо һаҡлауҙа, киң танытыуҙа ипподромда уҙғарылып килгән “Башҡорт аты” ат спорты турниры ла ҙур әһәмиәткә эйә. Билдәле булыуынса, уны “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды (рәйесе – Алмас Шөғөров), “Башҡорт аты” ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә ойошторабыҙ. Тиҙҙән, 8 майҙа, “Аҡбуҙат”та сираттағы ат сабыштары миҙгеле асыла. Сәм, ғәм, рух тантанаһында халҡыбыҙ тағы ла күберәк булыр тигән ышаныстабыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов һәм "Аҡбуҙат" ипподромы фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan