Ҡариҙел районы үҙәгендә урынлашҡан “Өмөт” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубы - йәш быуынды тартып торған урындарҙың береһе. Уҡыусылар менән эшләүселәр ҙә үҙ бурысын лайыҡлы башҡара. “Һеләүһен” хәрби-патриотик клубы, “Юнармия” штабы начальнигы Юнир Хөрмәтуллин - үҙе лә махсус хәрби операция ветераны, хәрби пенсионер. Шуға лә йәштәрҙе үҙ өлгөһөндә күп нәмәгә өйрәтә. 2022-2023 йылдарҙа “Салауат Юлаев” батальонында контракт буйынса хәрби хеҙмәт юлы үтә ул. Генерал Шайморатов миҙалы, 2-се дәрәжә “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн“ күкрәк билдәһе һәм башҡа наградалары уның күкрәген биҙәй. Махсус хәрби операцияға ныҡлы әҙерлек менән бара. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда дүрт йыл дауамында самбо, дзюдо менән шөғөлләнә. Институтта үҙенең ауырлыҡ категорияһында еңеүҙәр яулай. Байтаҡ йылдар Эске эштәр министрлығы тармағында хеҙмәт итә, 2022 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, махсус хәрби операцияға юллана. Шуға йәш быуынға әйткән кәңәштәре лә бик урынлы уның. – Спорт менән шөғөлләнегеҙ, ололарҙы хөрмәт итегеҙ, иле