Башҡортостанда туғыҙ йәшлек бала бесәй тешләгәндән һуң вафат булған. Был хаҡта матбуғат конференцияһында табип-эпидемиолог Надежда Баймәтова һөйләне. Хәл былай була. Бала урам бесәйе менән уйнай, һәм хайуан уны яралағансы тешләй. Табип әйтеүенсә, медицина ярҙамы һорап шунда уҡ мөрәжәғәт итмәгәндәр, ә байтаҡ ваҡыт үткән, шуға күрә баланы ҡотҡарып булмаған. Был ҡыҙғаныс хәл берәҙәк хайуандар менән уйнарға һәм тоторға ярамағанлығы хаҡында һөйләй. Рәмилә МУСИНА фотоһы.