Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

МХО ветераны үҙ эшен асҡан

Артем Сөләймәнов Баймаҡ районының Темәс ауылында ҙур һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан зирәк һәм отҡор малай мәктәпте тамамлай, машинист-тракторсы һөнәрен үҙләштерә, Төньяҡ Кавказда Росгвардияла әрме хеҙмәтен үтә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, үҙенең мөхәббәтен осрата. 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу биләмәһенә юллана. Яуҙа Артем үҙен ҡыйыу яугир итеп таныта һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт итеү осоронда ул рядовойҙан сәйәси өлөш буйынса командир урынбаҫарына тиклем үҫә. Был осорҙа Артем үҙенең яратҡан ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы хәрби бурысын үтәгәндә минаға эләгә һәм уң аяғын ҡаты яралай. Оҙайлы реабилитациянан һуң ул өйөнә ҡайта. Ҡатыны Анжела уға бар яҡлап ярҙам итә, ул ауылда бәләкәй кафе ла асҡан була. Артем өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмай - ул йорт һәм гараждар һатып ала, автомобиль йыуыу һәм шин монтажлау йүнәлешендә үҙ эшен аса. Бөгөн улар бәл
Оглавление
    МХО ветераны үҙ эшен асҡан
МХО ветераны үҙ эшен асҡан

МХО ветераны үҙ эшен асҡан

Артем Сөләймәнов 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу биләмәһенә юллана.

Артем Сөләймәнов Баймаҡ районының Темәс ауылында ҙур һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан зирәк һәм отҡор малай мәктәпте тамамлай, машинист-тракторсы һөнәрен үҙләштерә, Төньяҡ Кавказда Росгвардияла әрме хеҙмәтен үтә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, үҙенең мөхәббәтен осрата.

2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу биләмәһенә юллана. Яуҙа Артем үҙен ҡыйыу яугир итеп таныта һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт итеү осоронда ул рядовойҙан сәйәси өлөш буйынса командир урынбаҫарына тиклем үҫә.

Был осорҙа Артем үҙенең яратҡан ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы хәрби бурысын үтәгәндә минаға эләгә һәм уң аяғын ҡаты яралай. Оҙайлы реабилитациянан һуң ул өйөнә ҡайта. Ҡатыны Анжела уға бар яҡлап ярҙам итә, ул ауылда бәләкәй кафе ла асҡан була.

Артем өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмай - ул йорт һәм гараждар һатып ала, автомобиль йыуыу һәм шин монтажлау йүнәлешендә үҙ эшен аса. Бөгөн улар бәләкәс Даринаны тәрбиәләйҙәр. Артем киләсәккә пландар менән янып йәшәй.

Бынан тыш, яугир ветеран Өфө дәүләт аграр университетына уҡырға инә һәм хәҙер дистанцион рәүештә өсөнсө курсты тамамлай. Ул әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә, урындағы спорт залында волейбол секцияһына йөрөй һәм патриотик сараларҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу Артемдың тормошҡа һөйөүсәнлеген арттыра ғына.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Мин Артем менән шәхсән танышмын, беҙ бер нисә тапҡыр осраштыҡ һәм мин уның менән ысын күңелдән ғорурланам. Уға артабанғы уңыштар, бәхет һәм бөтә пландарын тормошҡа ашырыуын теләйем! Уның яҙмышы-һәр беребеҙ өсөн ысын рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө”,- тип яҙған.

Ысынлап та, махсус хәрби операцияла булып, ҡаты яраланып ҡайтҡан яугир үҙендә көс табып, яңыса йәшәргә тырышыуы күптәргә өлгө булып тора. Киләсәктә Сөләймәновтарҙың шәхси эштәре алға китһен, тормоштары гөрләп торһон!

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan