Бөгөн БПЛА операторы махсус хәрби операция зонаһында иң кәрәкле һәм юғары түләүле һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Кемде хеҙмәткә алалар? БПЛА операторы хеҙмәте — ул юғары технологиялы интеллектуаль һөнәр. Яугирҙең төп бурысы — хәрби бәйләнеш һыҙығынан байтаҡ алыҫлыҡта ятҡан техника менән идара итеү. Башҡортостан Респубикаһының Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында аңлатыуҙарынса, был дошмандың ут тәьҫире аҫтында ҡалыу хәүефен кәметә һәм артиллерияға теүәл зыян килтерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә һайлап алыуҙа геймерҙар, айтишниктар, радиоһәүәҫкәрҙәр һәм дрон менән идара итеү тәжрибәһе булған йәки аэродинамиканы аңлаған һәр кем айырым өҫтөнлөккә эйә. Йәш сикләүҙәре ярайһы уҡ һығылмалы: FPV-дрон операторҙарына 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙе, башҡа һөнәрҙәргә 45 йәшкә тиклемге егеттәрҙе саҡыралар. Инглиз телен белеү һәм компьютерҙы ышаныслы ҡулланыу хуплана. Һайлап алыуҙы үткән кандидаттарҙы ике айлыҡ курстар көтә. Буласаҡ яугирҙәр пилотаж менән генә түгел, ә пилотһыҙ ап