Махсус хәрби операция зонаһында разведканы “күренмәгән фронт” тип атайҙар. Хәрбиҙәр бөгөн ер аҫтында ятҡан көйө еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшә. Дроноводтарҙан тыш артиллерияның “һуҡырайыуы”, ә яугирҙәрҙең дошман ҡамауына эләгеүе ихтимал. Горобзор.ру хәбәрселәре Дүртөйлө районы егете, “Курок” позывнойлы яугир менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорған. Ул 2023 йылдың көҙөндә фронтҡа үҙ теләге менән китә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәнә һәм разведкала хеҙмәт итә. Оборона министрлығының пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу тураһындағы ҡарарын бик әһәмиәтле, ваҡытлы ҡарар тип иҫәпләй. “Элек бындай бүлексәләр бик аҙ булды, ә хәҙер һәр взводта бар. Пилотһыҙ системалар – разведка һәм дошманды юҡ итеү тигән һүҙ. Мин разведкалаусы DJI-Mavic, Enterprise квадрокоптерҙары һәм башҡалар менән эшләнем. Ул саҡта уҡ 25-35 йәшлек йәштәр күп ине. Дроноводтар яҡшы эшләй, иң мөһиме, уларҙы еңел өйрәтергә мөмкин”, – ти “Курок”. Дроновод профессияһы йәшерәк хәрбиҙәр араһында бик популяр. Улар өс