Водород сығарыусы мини-завод макетын Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университетының Химик технологиялар һәм инжиниринг институты студенттары эшләгән. Уҡытыу, водород алыу процестарын моделләштереү һәм водород энергетикаһы технологияларын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр университеттан. Проект авторҙары – студенттар Евгений Ларин һәм Алексей Глухов. Уйлап сығарыусылар әйтеүенсә, ваҡ ҡына деталдәрҙән ысын завод макетын эшләү еңел булмаған. Уларға 3D принтерҙа баҫылған йөҙҙәрсә деталде: «технологик биналар»ҙағы насостарҙы, яҡтыртҡыс диодтарҙы, янғын сығанаҡтарын имитациялау өсөн төтөн-машинаны, электричканы һәм туҡланыу блоктарын берләштерергә, шулай уҡ ысын ялҡынлы хәүефһеҙ факел яһарға кәрәк була. Әлеге проекттың университетының лидерҙар проекттары конкурсында еңеүе 3D баҫма өсөн деталдәр һәм материалдар һатып алырға мөмкинлек биргән. Вуздың был башланғысы “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Өҫтөнлөк-2030” программа
Студенттар водород етештереү буйынса мини-завод макетын эшләгән
11 марта11 мар
1 мин