Найти в Дзене

Ҡот ҡойоусы Фәриҙә инәй

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыу­сылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған. Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Һәмән ауылынан Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Оло йәштә лә им-том менән булышаһығыҙмы, юҡмы икәнен белешкәс, "мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең б
Оглавление
    Ҡот ҡойоусы Фәриҙә инәй
Ҡот ҡойоусы Фәриҙә инәй

Ҡот ҡойоусы Фәриҙә инәй

Баймаҡ районының Һәмән ауылында йәшәгән имсе инәй Фәриҙә Асҡароваға ярҙам һорап төрлө яҡтарҙан киләләр.

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыу­сылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.

Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.

83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Һәмән ауылынан Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Оло йәштә лә им-том менән булышаһығыҙмы, юҡмы икәнен белешкәс, "мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәйем, барыһын да ҡабул итәм. Сабыйҙарҙы нисек йәлләмәй, кире бораһың", -ти ул.

Доғалар уҡып, мейе ҡағып, сабыйҙарҙың өсйәнен имләгән, ҡот ҡойған инәйҙең ҡылған изге ғәмәлдәре барыһына ла килешһен, ҡулдарының шифаһын бирһен.

Фәриҙә инәй Асҡарова тураһында тулы мәҡәләне "Башҡортостан" гәзитенең киләһе һандарында танышырһығыҙ.

ИҒТИБАР: Башҡа пабликтарға, гәзит-журнал сайттарына авторҙан һорамайынса фотоны ҡуйыу тыйыла!

Автор фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!