Яңыраҡ бер танышымдың берҙән-бер ҡыҙы кейәүгә сыҡты, оҙаҡ та тормай сабыйҙары донъяға килде. Көндәрҙән бер көн танышымды ярһыған килеш күрҙем дә хәлен һораштым. "Бер бөртөк ҡыҙымды әллә кемгә кейәүгә биргәнебеҙгә йәнем көйә. Таныштырырға килтергәнендә үк оҡшамағайны, балаҡайымдың күңелен аяп ҡына был турала өндәшмәнем. Хәҙер ана балалары тыуҙы. Күңелем белеп һиҙенгән шул: кейәүҙең бер нәмәһе лә юҡ икән дә ул, никахта әсәһе урынына килгәне, аҙаҡ билдәле булыуынса, инәһе булып сыҡты, етем үҫкән, ни фатиры, ни йүнле эше юҡ... Шуның өсөн ханбикәләй итеп үҫтерҙемме ҡыҙымды? Бигерәк матур, аҡыллы бит ул минең бер бөртөгөм. Күҙ тигеҙеп ҡуймайым тип хатта үҙемдән дә ҡыҙғанам. Уға кейәү бөтөнләй тиң түгел. Шуны яратам тигән буласы! Кит инде, кем һөйөшөп тормош ҡорған? Үҙем ҡыҙымды һуң ғына таптым бит. Балам булмаҫ тип бөтөнләй өмөтөм өҙөлгән ерҙән... Бер туҡтауһыҙ дауахана, шифаханаларҙа йөрөү һөҙөмтә бирҙеме, әллә инде бер инәйҙең эсемде һылауы килештеме? Тик ауырға ҡалдым тип шатланһам да, һә