Яңауыл үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ультратауыш аппараты алынды. Аппарат үҙенең класында алдынғы һәм заманса ҡорамалдар рәтенә ҡарай. Ҡорамал диагностиканы юғары теүәллек һәм детализация менән үткәрергә ярҙам итә. Етештереүсәнлеге һәм яраҡлаштырылған булыуы һөҙөмтәһендә тикшереү процесы тиҙләтелә, ә һөҙөмтәлелеге күтәрелә. -Заманса ҡорамал медицина ярҙамын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, диагностика теүәлерәк буласаҡ. Беҙ халыҡҡа уңайлы шарттар һәм медицина хеҙмәтләндереүенең юғары стандарттарын тыуҙырырға тырышабыҙ, – тине дауахананың баш табибы Илгиз Хәтипов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йө