Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһы фельдшеры, “Уфа” позывнойлы яугир “Фиҙакәрлек һәм профессионализм өсөн” миҙалы менән наградланды. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан беҙҙең фельдшерыбыҙға награда тапшырыуҙа миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Республика профсоюзы хеҙмәттәшебеҙҙе “Фиҙакәрлек һәм профессионализм өсөн” миҙалы менән наградлап ололаны. Был награда һирәктәргә бирелә. Ҡатмарлы шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткәндәр генә уға лайыҡлы. Республика буйынса был наградаға һаулыҡ һаҡлауҙың ни бары 20 хеҙмәткәре лайыҡ булды, – тип яҙған 1-се ҡала клиник дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. – Миҙал медицинала осраҡлы кешеләр булмағанын раҫлай. Беҙҙең фельдшерыбыҙ тап шундай кеше. Ул көн дә алғы һыҙыҡта, ҡайҙа ярҙам кәрәк, ҡайҙа ауыртыу-һыҙлау, ҡурҡыу һәм өмөт... Бында барыһы ла бергә ҡушыла. Дауаханабыҙҙа шундай ҡыйыу, фиҙакәр хеҙмәткәрҙәр эшләүе менән ғорурланабыҙ. Тап улар медицинала тәүге аҙымдарын башлаған йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Фото: Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡ