Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин райондаштарҙы 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы: -Ватанды һаҡлаусылар көнө - Тыуған илен һаҡлаусыларҙың һәм яҡлаусыларҙың барыһы өсөн дә ысын ғорурлыҡ байрамы. Бөгөн хәрби хеҙмәт ветерандарын, төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы, Рәсәй Армияһы сафында хәрби бурысын үтәүсе барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы тәбрик итәбеҙ. Байрам айҡанлы айырыуса ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға еткерәм. Барығыҙға ла имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем! Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямаған яугирҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ, уларҙың батырлыҡтары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә. Рәмил Миңлеәхмәт улы Ватанды һаҡлаусыларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы һәм ил именлеге өсөн хеҙмәттәрендә уңыштар теләне. Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ 📱 ВК
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин райондаштарҙы 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы
23 февраля23 фев
~1 мин