Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был - миҙгелле продукция. Йәйге ваҡытта арзаная, ҡышын ҡиммәтләнә. Ғинуарҙа көслө һалҡындар булған. Ҡыяр комплекстарын йылытыу сығымдары артҡан. Шулай уҡ НДС күтәрелеүе хаҡтарҙа сағылған. Ҡыярҙың ғәҙәттәгесә яҙын арзаная башлауы көтөлә, тип белдерәләр ведомствонан. Статистика мәғлүмәттәре буйынса уҙған айҙа республикала ҡыярҙың килограмы 295 һум булған. Декабрь менән сағыштырғанда хаҡ 43 процентҡа артҡан.