Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күсейҙәргә яңы уйын майҙансығы кәрәк!

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки прог­рамма – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы ул. Баймаҡ районының Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл халҡы балалар һау- сәлә­мәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, яңы уйын майҙансығы өсөн тауыш биргән. – Йыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгә өмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Балаларыбыҙ һау -сәлә­мәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, беҙгә яңы уйын майҙансығы кәрәк. Был бигерәк тә й
Оглавление
    Күсейҙәргә яңы уйын майҙансығы кәрәк!
Күсейҙәргә яңы уйын майҙансығы кәрәк!

Күсейҙәргә яңы уйын майҙансығы кәрәк!

Күсей ауылы халҡы, был проектта әүҙем ҡатнашып, аҡсалата һәм матди сығымдарҙы бергәләшеп күтәрешеп еңеп сығыр, тип ышанабыҙ.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки прог­рамма – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы ул.

Баймаҡ районының Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл халҡы балалар һау- сәлә­мәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, яңы уйын майҙансығы өсөн тауыш биргән.

– Йыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгә өмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Балаларыбыҙ һау -сәлә­мәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, беҙгә яңы уйын майҙансығы кәрәк. Был бигерәк тә йәйге каникулдар осоронда олатай- өләсәйҙәре янына ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа ҡайтҡанда бик яҡшы булыр ине.

Беҙҙең маҡсат – СанПин ҡағиҙә­лә­ренә тап килерлек уйын майҙан­сығын ҡоролмалар менән тәьмин итеү. Программаға ҡушылыу өсөн ауыл халҡынан инициативалы төркөм төҙөлдө , – ти Күсей ауыл хакимиәте башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов.

Күсей ауылы халҡы, был проектта әүҙем ҡатнашып, аҡсалата һәм матди сығымдарҙы бергәләшеп күтәрешеп еңеп сығыр, тип ышанабыҙ.

Автор фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...