▶️ "Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. Республиканың төп этноколлективы – Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры- үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй! Оркестр халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле, сағыу яңғырашлы — ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ятаған кеүек боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын туплаған берҙән-бер коллектив. Репертуарында башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик һәм башҡа милли музыка, шулай уҡ рус һәм сит ил классикаһы бар. Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры илебеҙ кимәлендә лә киң танылыу алды. Башҡортостандан тыш Бөтә Рәсәй гастроль — концерттар планына ярашлы беҙҙең музыканттар йыл һайын әллә күпме Рәсәй ҡалаларын яулай. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Республикабыҙҙың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солистары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Руслан Рахманғолов, Гүзәл Үмәрғәлина һәм Айрат Ҡарасов. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих