24 февралдә Өфө вуз-ара студенттар кампусы базаһында Станоктар эшләү сәнәғәт кластерында ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышы үтте. Сара барышында 2025 йылға йомғаҡ яһалды һәм кластерҙың ағымдағы йылға эш пландары билдәләнде. Сарала «Станоктар эшләү» ғилми-етештереү берекмәһе, «Инмаш» концерны, «ЕСМ», «Технопром» кеүек предприятиелар ҡатнашты. - Башҡортостанда станоктар эшләүҙе үҫтереү ил сәнәғәтенең технологик бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү һәм конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү өсөн төп фактор булып тора. Башҡортостан Республикаһының Кластерҙар ассоциацияһы конкуренцияға һәләтлелекте күтәреүгә һәм заманса технологияларҙы индереүгә булышлыҡ итеүсе инновацион экосистема булдырыу өсөн предприятиеларҙың, фәндең һәм властың көсөн берләштереп, станоктар эшләү тармағын үҫтереүҙә төп роль уйнай, - тип билдәләне сәләмләү һүҙендә БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко. Ултырыш барышында Станоктар эшләү сәнәғәт кластерында ҡатнашыусылар араһында кооперацияны көсәйте
Өфө кампусында станоктар эшләү тармағын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде
25 февраля25 фев
2 мин