“Бәйләнештә” селтәрендә фәһемле яҙмалары менән уртаҡлашып барған Зәйтүнә Күсәпова-Ильясова (https://vk.com/id244195891) зәм-зәм һыуына ҡағылышлы яҙмаһы менән уртаҡлашты. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. “Күп кенә хужалар ифтар мәжлестәрендә ауыҙ асҡанда зәм-зәм һыуы эсерә. Был бик сауаплы ғәмәл, тип уйлайым. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) әйткән: “Зәм-зәм һыуы эскәндә ниндәй теләктәр менән эсһәгеҙ, шул теләктәрегеҙ ҡабул була”. Кемдәрҙер баҫып, кемдәрҙер ултырып уҡып эсеү яғында. Ҡиблаға ҡарап ултырып эсеү яҡшыраҡ икән. Пәйғәмбәребеҙ бер генә мәртәбә баҫып эскән. Иҫегеҙгә төшөрәм: һыуҙы эскәс, ошо доға уҡыла: "Аллаһүммә инни әсъәлүкә ризҡан, үәсиғән, үә ғыйлмән, нәәфиғән, үә шифәән, миң кулли дәәин". Зәм-зәм һыуын кемдер хаждан алып ҡайта йә бында һатып алғандар күстәнәс итеп килтерә. Ифтарҙа зәм-зәм һыуы эсереү фарыз түгел. Булһа, үҙ теләгең менән эш итәһең”, - тип яҙҙы ул. Ысынлап та, бөгөн күп кенә мосолман магазиндарында зәм-зәм һыуын һатып алырға мөмкин. Беҙҙең МАХ каналына https://m