! 📻 Быйыл бәйгегә 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителде, 30-ҙы финалға үтте. Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Белорет, Баймаҡ, Мәләүез. Учалы райондары, Өфө гимназиялары, Сибай ҡалаһы, Силәбе өлкәһе әүҙем булды, Федоровка менән Илеш тә ҡушылды. "Диктор тауышы"ндағы яңылыҡ - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан ҡатнашыусылар бар. 📍Абруйлы жюри улар араһынан 12 еңеүсене һайлап алды. ▫️I урынға Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр Муллахмәтов лайыҡ булды. 🔬 "Диктор тауышы"- уникаль проект. Уның төп маҡсаты - киләсәккә дикторҙар, журналистар әҙерләү, балаларҙың йөрәгенә осҡон һалыу, данлыҡлы диктор Әхәт Мортазиндың эшен дауам итеү.