Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

#мәҙәникөндәлек

"Шүлгәнташ" музейында мамонттың һуҡҡы тештәрен күрергә була. Палеолит осорондағы үҙенсәлекле экспонат Якутстанда мәңгелек туңлыҡта табылған. Ҡомартҡыны Мәскәү ғилми институты белгестәре эшкәрткән. Уларҙы Татарстандың “Импульс” мәҙәни-тарихи үҙәге һатып алған. “Бындай ҙур һәм яҡшы һаҡланған мамонт тештәре бик һирәк осрай”, - ти "Шүлгәнташ" музей директоры Фәүзил Маликов. "Шүлгәнташ" музейы экспозицияһында мамонттың һуҡҡы тештәре 2028 йылға тиклем һаҡлана. Зөһрә Арсаева.

#мәҙәникөндәлек

"Шүлгәнташ" музейында мамонттың һуҡҡы тештәрен күрергә була.

Палеолит осорондағы үҙенсәлекле экспонат Якутстанда мәңгелек туңлыҡта табылған. Ҡомартҡыны Мәскәү ғилми институты белгестәре эшкәрткән. Уларҙы Татарстандың “Импульс” мәҙәни-тарихи үҙәге һатып алған. “Бындай ҙур һәм яҡшы һаҡланған мамонт тештәре бик һирәк осрай”, - ти "Шүлгәнташ" музей директоры Фәүзил Маликов.

"Шүлгәнташ" музейы экспозицияһында мамонттың һуҡҡы тештәре 2028 йылға тиклем һаҡлана.

Зөһрә Арсаева.

-2