Ғәмәлдә уның асылы, мәғәнәһе киңерәк тә, тәрәнерәк тә. Рамаҙандың үҙенсәлектәрен, уның ҙур маҡсатын белеп еткермәү сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр әлеге ғибәҙәтте ҡылыуҙа хаталана, шул сәбәпле ураҙаларының сауабы кәмей, ә ҡайһы саҡта хаталар хатта ураҙаның боҙолоуына ла килтерә. Ғибәҙәттең дәрәжәһен, ҡиммәтен һаҡлап ҡалыр өсөн йыш осрай торған ҡайһы бер хаталарҙы барлап сығайыҡ. * Мәғлүм булғанса, һәр бер эш ниәттән башлана.Рамаҙан айының ураҙаһын ғәҙәттә кис, таң атҡансы, сәхәр ашағандан һуң ниәтләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр сәхәрҙе йоҡлап ҡалыуҙы сәбәп итеп, уразаға кермәйҙәр. Был дөрөҫ түгел: әгәр ниндәй ҙә булһа сәбәп менән сәхәэселмәйсә ҡалһа, ураҙаны һуңыраҡ та ниәтләп ҡуйырға мөмкин (Рамаҙан ураҙаһын өйлә намазына тиклем ниәтләргә яҡшы). Әммә шуны онотмаҫҡа кәрәк: сәхәргә, уның ваҡытына ҡарата вайымһыҙ булыу һис тә дөрөҫ тә түгел. * Хаталарҙың тағы береһе – ураҙаны ашҡаҙан менән генә тотоп, тәндең башҡа өлөштәрен был ғибәҙәттә ҡатнаштырмау: мосолмандар ураҙаға ниәтләп кергәндән һуң, аяҡ-ҡулд
Рамаҙан айын күптәр ашау-эсеүҙән тыйылып тороу менән генә бәйләй
12 февраля12 фев
1 мин