Өфөлә “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (нац.проект "Кадры"), Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте, экологияны һәм производствола хәүефһеҙлекте һаҡлау институтында “Персонал буйынса иң яҡшы белгес-2026” төбәк ара конкурсы үткәрелде. Дистанцион форматта үткән конкурста илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 880 персонал буйынса белгес ҡатнашты. 60 минут эсендә һәр конкурсант профессиональ стандарт буйынса төҙөлгән 35 һорауға яуап бирергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә барыһынан да тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк яуаптарҙы Һамар ҡалаһынан “Автомобиль системалары һәм технологиялар” ойошмаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Светлана Сидорова бирҙе. Конкурс призерҙары дипломдар һәм ҡиммәтле приздар аласаҡ. Дипломдарҙы шулай уҡ иҡтисад тармаҡтары буйынса иң яҡшы белгестәр аласаҡ. Ҡалған конкурсанттарға электрон сертификаттар тапшырыласаҡ. Көслө иҡтисадты үҫтереү, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Кадрҙар” милли проектының индерелеүе байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Йыл һайын уға ярашлы белгестәргә