Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ҡиәмәт көнөндә әҙәмдәр үҙ эштәре өсөн бүләкләнгән ваҡытта Аллаһы Тәғәлә (рыя ҡылғандарға) әйтер: “Ғәмәлдәрегеҙҙе кемдәр күрһен өсөн ҡылдығыҙ

– шуларға барығыҙ һәм күрерһегеҙ, улар һеҙгә берәй нәмә бирә алырмы-юҡмы!” (Әхмәт, 5/428-429). Шуның өсөн бер ваҡытта ла кешеләргә ярар өсөн ниндәйҙер эш ҡылырға ярамай, хәйерҙе, Аллаһ ризалығы өсөн тип таратҡан хәлдә лә, Аллаһ ҡабул итһә ярар ине, тигән өмөт менән бирергә тейешбеҙҙер. ᅠҒөрөф-ғәҙәттәр йолаға әйләнә Бер мәл ғалимдар кешеләр араһында тикшереү үткәреп, уларға йәшәү мәғәнәһе нимәлә тигән һорау бирә. Улар күп төрлө яуаптар ала, шулар араһында “йолаларға эйәреү” тигәне беренсе урындарға сыға. Йәғни, кешегә үҙен ниндәйҙер халыҡ вәкиле итеп тойоу, халҡының ниндәйҙер йолалары бар икәнен, үҙенең шул йолаларҙы теүәл, дөрөҫ итеп үтәүе мөһим. Эйе, йолаларҙы һаҡлау, йолаларға эйәреү бик мөһим, тик улар исламға ҡаршы килмәҫкә тейеш. Әгәр динебеҙгә тура килмәһә, унан баш тартырға йәки дингә ҡаршы килмәҫлек итеп төҙәтергә бурыслыбыҙ. Дин талабы һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙә йола үтәү өҫкә сығып, ислам талаптары артҡа шыла, йәки бөтөнләй үтәлмәй. Й

Ҡиәмәт көнөндә әҙәмдәр үҙ эштәре өсөн бүләкләнгән ваҡытта Аллаһы Тәғәлә (рыя ҡылғандарға) әйтер: “Ғәмәлдәрегеҙҙе кемдәр күрһен өсөн ҡылдығыҙ – шуларға барығыҙ һәм күрерһегеҙ, улар һеҙгә берәй нәмә бирә алырмы-юҡмы!” (Әхмәт, 5/428-429).

Шуның өсөн бер ваҡытта ла кешеләргә ярар өсөн ниндәйҙер эш ҡылырға ярамай, хәйерҙе, Аллаһ ризалығы өсөн тип таратҡан хәлдә лә, Аллаһ ҡабул итһә ярар ине, тигән өмөт менән бирергә тейешбеҙҙер.

ᅠҒөрөф-ғәҙәттәр йолаға әйләнә

Бер мәл ғалимдар кешеләр араһында тикшереү үткәреп, уларға йәшәү мәғәнәһе нимәлә тигән һорау бирә. Улар күп төрлө яуаптар ала, шулар араһында “йолаларға эйәреү” тигәне беренсе урындарға сыға. Йәғни, кешегә үҙен ниндәйҙер халыҡ вәкиле итеп тойоу, халҡының ниндәйҙер йолалары бар икәнен, үҙенең шул йолаларҙы теүәл, дөрөҫ итеп үтәүе мөһим.

Эйе, йолаларҙы һаҡлау, йолаларға эйәреү бик мөһим, тик улар исламға ҡаршы килмәҫкә тейеш. Әгәр динебеҙгә тура килмәһә, унан баш тартырға йәки дингә ҡаршы килмәҫлек итеп төҙәтергә бурыслыбыҙ. Дин талабы һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙә йола үтәү өҫкә сығып, ислам талаптары артҡа шыла, йәки бөтөнләй үтәлмәй. Йоланан теге йәки был яҡҡа саҡ ҡына тайпылыу үлемесле гонаһ эшләүгә тиңләнеп, ҙур ғауғаға әйләнә яҙа. Ҡайһы бер ирҙәр намаҙ уҡымағаны, араҡы эскәне өсөн ҡурҡмай, ә мулла аят уҡығанда теүәтәй кеймәгәне өсөн ҡурҡа. Шуның өсөн ҡайҙа дин, ҡайҙа йола икәнен айырып өйрәнергә, ә бының өсөн дини белем алыу кәрәк.

Һәр ерҙә йола айырыла, төрлө райондарҙа ғына түгел, хатта бер район эсендә лә йолалар үҙенсәлекле. Ҡөръәндең “Әл-Хүджүрат” сүрәһенең 13-сө аятында былай тиелә: “Эй, кешеләр! Беҙ һеҙҙе (бер) ир һәм (бер) ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек, артабан һеҙҙе төрлө халыҡ һәм ҡәбиләләр (ырыуҙар) иттек, һеҙ бер-берегеҙҙе өйрәнһен өсөн”. Эйе, йола, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәт төрлөлөгө булмаһа, бәлки, донъяның ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине, моғайын. Беҙҙеңсәнән айырылған ғөрөф-ғәҙәт менән танышыу тормошҡа яңылыҡ индерә, йәм бирә.

Зат-ырыуҙың йәки айырым бер төркөм кешеләрҙең дә ғөрөф-ғәҙәте була. Кемдәрҙер ниндәйҙер ябай ғәмәлде бер ниндәй мәғәнә һалмайынса башҡарһа, күҙәтеүсе уны ҡабатлай һәм ғәҙәткә әйләндерә, ә ғәҙәтте ҡағиҙә итеп алыуҙары, иң һуңынан был ҡағиҙә тотош ауыл, ырыу өсөн йолаға әүерелеүе мөмкин. Әммә ҡайһы ваҡыт кешеләр был йоланың килеп сығышын, нимә өсөн шулай эшләр кәрәк икәнен бөтөнләй онотоуы, белмәүе ихтимал, әммә ғәҙәткә ингән өсөн генә үтәп киләләр.

Мәҫәлән, таратҡандағы хәйере күпме, ниндәй күләмдә икәнен башҡалар белмәһен, күрмәһен өсөн ҡайһы бер кешеләр саҙаҡаны ҡулъяулыҡ, таҫтамал кеүек нәмәләргә төрөп бирә. Сөнки, “йәшерен бирелгән саҙаҡа Аллаһ асыуын баҫа” тиелә бер хәҙистә (Ат-Табарани, “Әл-Мүғджәм ас-Сағыйр”, 2/95). Тағы ла саҙаҡаны башҡаларға күрһәтмәй биреүҙең сәбәбе, рыянан һаҡланыу сараһы булғандыр. Сөнки күпме таратҡаның ҡулъяулыҡҡа, йәки башҡа нәмәгә төрмәйенсә, күрһәтеп бирелһә, быны башҡалар күрһендәр ҙә “йомарт икән!” тип әйтһендәр өсөн генә тарата тигәндән һаҡланғандар.

Аңлауығыҙса, дини мәжлестәрҙә ҡулъяулыҡ таратыуҙың билдәле бер сәбәптәре бар, әммә хәҙер был ғәмәл аңһыҙ рәүештә, ғәҙәткә ингән өсөн генә башҡарыла кеүек. Кеше “аятҡа” барып ҡулъяулыҡтар тотоп ҡайта, йыйылып китһә, икенсе ваҡыт саҡырылғанда шундағы кешеләргә бирә. Сауап тигән нәмә кемгәлер яҡшылыҡ эшләү, файҙалы нәмә биреүҙән хасил була тигәнде онота башланыҡ, буғай. Бер өйҙөң шифоньерынан икенсе өйҙөң шкафаны күсеп ятыусы ҡулъяулыҡтан кеше өсөн файҙа һәм сауаптар хасил булыуы бик икеле. Шикле икән, бәлки, аҡса таратыу яҡшыраҡтыр. Сөнки аҡса – ул универсаль әйбер. Кеше ул аҡсаға теләһә ҡулъяулыҡ, теләһә икмәк һатып алырға мөмкин.

Йолалар әҙәпле булһын

Ҡайсаҡ Ҡөрьән ашына йыйылғанда кешене көсләп-көсләп төрлө ризыҡ ашарға мәжбүр итә башлайҙар. Имеш тә, һин һәр нәмәне ауыҙ итергә тейешһең. Һары май аша, ашамаһаң – ҡашыңа булһа ла һыла, юғиһә, май һиңә рәнйей, тигән һымағыраҡ хәбәр ишетерергә ла тура килә. Мосолман кешеһе ундай хөрәфәттәргә ышанырға, кемделер көсләп ашатырға, үҙе лә аңламаған нәмәләр менән башҡаларҙы ҡурҡытырға тейеш түгел.