▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Гөмбә — боронғо башҡорт ауылы. Ул Асҡын районында, иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында, Төй йылғаһы буйында урынлашҡан. Был ауылда ни бары 90 кеше йәшәй. Берҙәмлектәре һәм күркәм эштәре уларҙы республикала һәм унан алыҫта күптән танытҡан. Асҡын районында, иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында, Төй йылғаһы буйында урынлашҡан. Быйыл Гөмбә ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында Асҡын районы данын яҡлаясаҡ. "Өфө уттары" тапшырыуын райондың мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса идаралыҡ етәксеһе, проект кураторы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һәм Гөмбә ауылынан Фәниә Сабирова балҡытты. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Өфө уттары - 29.01.2026 Гөмбә ауылы республика конкурсында ҡатнаша
30 января30 янв
2
~1 мин