Шул тиклем алсаҡ, илгәҙәк, шаян, балҡып торған улыбыҙ алмаштырып ҡуйғандай үҙгәрҙе. Ваҡыт бик тиҙ үтә икән. Әллә ҡайһы арала иркәләнеп кенә үҫеп килгән берҙән-бер малайыбыҙ үҫмер ҡорона ингән. Уға ун өс йәш булғанда ғаиләбеҙгә ҙур фажиғә килде: ирем аварияға осрап, шунан мандый алмай үлеп ҡалды. Улым атаһын ныҡ ярата ине, нығынып етмәгән организм өсөн ҙур тетрәнеү булды был. Ҡайғынан аңҡы-тиңке йөрөп, хәтһеҙ ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Башымды яңынан күтәреп ҡарағанда, әлеге малайыбыҙ мыйыҡтары тиртә башлаған, тауышы ҡалыная төшкән, буйға оҙон булып үҫеп киткән егет ҡиәфәтендә ине. Ваҡыты еткәс улыма һөйләрмен тип һаҡлап йөрөткән серҙе йомшартып үҙем аңлата алманым, сит кешеләр минән алда өлгөргәйне, шуға ул турала улым мине тыңларға ла теләмәне. ”Һин миңә әсәй түгел”, – булды яуабы. Аҙаҡ та һәр һүҙемә ҡарата: ”Үҙем беләм”, – тип ҡоро ғына һөйләште. Шул тиклем алсаҡ, илгәҙәк, шаян, балҡып торған улыбыҙ алмаштырып ҡуйғандай үҙгәрҙе: уйсан, йомоҡ, күҙҙәрендә битарафлыҡ... Улымды донъяғ