Найти в Дзене

Кампуста химия уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Башҡорт дәүләт медицина университеты кампус майҙансығында республиканың төрлө төбәктәренән 70-тән ашыу химия уҡытыусыһын йыйҙы. Был сара Башҡортостандың Мәғариф министрлығы булышлығында үтте. Оҫталыҡ дәресенә ярашлы, медицина университетының алдынғы уҡытыусылары «Химик термодинамика һәм биоэнергетика», «Металдар булмағандарҙың һәм уларҙың берләшмәләренең химик үҙенсәлектәре», шулай уҡ «Күсмә металдарҙың химик үҙенсәлектәре» кеүек химия өлкәһендәге төп темаларҙы үҙ эсенә алған лекциялар серияһы үткәрҙе. Практик йәһәттән педагогтар органик берләшмәләрҙең молекуляр формулаларын билдәләне һәм БДИ программаһы сиктәрендә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тапты. Оҫталыҡ дәресе эксперттары булып дөйөм химия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Светлана Мещерякова, доценттар Вячеслав Королев, Алина Шумадалова һәм Александр Мельников сығыш яһаны. Уҡытыусылар вуз-ара кампуста Башҡорт дәүләт медицина ун
Оглавление
    Кампуста химия уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте
Кампуста химия уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте

Кампуста химия уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте

"Беҙ балаларға сифатлы белем биреү өсөн бик күп кәңәштәр алдыҡ. Миңә лекцияларҙың йөкмәткеһе һәм тәрәнлеге оҡшаны, Башҡорт дәүләт медицина университетының заманса ғилми лабораториялары тәьҫир итте", - тине уҡытыусылар.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Башҡорт дәүләт медицина университеты кампус майҙансығында республиканың төрлө төбәктәренән 70-тән ашыу химия уҡытыусыһын йыйҙы. Был сара Башҡортостандың Мәғариф министрлығы булышлығында үтте.

Оҫталыҡ дәресенә ярашлы, медицина университетының алдынғы уҡытыусылары «Химик термодинамика һәм биоэнергетика», «Металдар булмағандарҙың һәм уларҙың берләшмәләренең химик үҙенсәлектәре», шулай уҡ «Күсмә металдарҙың химик үҙенсәлектәре» кеүек химия өлкәһендәге төп темаларҙы үҙ эсенә алған лекциялар серияһы үткәрҙе. Практик йәһәттән педагогтар органик берләшмәләрҙең молекуляр формулаларын билдәләне һәм БДИ программаһы сиктәрендә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тапты.

Оҫталыҡ дәресе эксперттары булып дөйөм химия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Светлана Мещерякова, доценттар Вячеслав Королев, Алина Шумадалова һәм Александр Мельников сығыш яһаны.

Уҡытыусылар вуз-ара кампуста Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми лабораторияларында булды, лабораторияның заманса йыһазландырылыуын һәм юғары квалификациялы кадрҙар составын билдәләне.

- Беҙ балаларға сифатлы белем биреү өсөн бик күп кәңәштәр алдыҡ. Миңә лекцияларҙың йөкмәткеһе һәм тәрәнлеге оҡшаны, Башҡорт дәүләт медицина университетының заманса ғилми лабораториялары тәьҫир итте. Сығарылыш уҡыусыларының ошо лабораторияларҙа эшләүен күреүемә шатмын. Элек мәктәптә аҡбур (теоретик) химияһы өҫтөнлөк итһә, хәҙер практик эштәргә өҫтөнлөк бирелә. Семинарҙа дәрестәрҙе нисек ҡыҙыҡлы итеп үткәреү хаҡында ентекле һөйләнеләр, - тип билдәләне Өфө ҡалаһындағы 1-се гимназияның химия уҡытыусыһы Татьяна Ведерникова.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!