Тормош тигәнең кешене ныҡлыҡҡа һынай. Ҡайҙа, ниндәй һынауҙар көтөүен әйтеп булмай. Ошо көндәрҙә Ишембай районының Кинйәкәй ауылында улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған Зәкинә менән Рәфис Туҡтамышевтар менән күрешеү форсаты тейҙе. Ябай ғына матур ғаилә. Улдарын юғалтыуҙан йөрәктәре һыҡраһа ла, сабырлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан. Ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән тырыш ауыл кешеләре улар. Зәкинә Бәхтегәрәй ҡыҙы 30 йыл фермала һауынсы булып эшләгән, әлеге көндә инвалидлыҡта. Рәфис Тимерхан улы хаҡлы ялға сыҡҡансы ветеринар булып хеҙмәт иткән. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Ринаф, контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Үкенескә ҡаршы, 2024 йылдың ноябрендә һәләк булған. Бары тик былтыр май айында ғына яугирҙе алып ҡайтып ерләргә насип була. Рәфис ағайҙың тыуған яғы Стәрлебашта донъяға килә Ринаф, һуңынан Зәкинә апайҙың ауылы Кинйәкәйҙә төпләнәләр. Бәләкәйҙән тыныс холоҡло була улдары. –Техника яратты. Телевизор йүнәтергә шәп ине. Төҙөлөш эштәренә лә оҫталығ