Нуриман районының Красный Ключ ауылында «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса мобиль офистың дүртенсе күсмә ултырышы үтте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сараға 30-ға яҡын бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, шулай уҡ Нуриман, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан үҙмәшғүл граждандар йыйылды.
— Бындай сараларҙы ойоштороу төбәктең социаль инфраструктураһын нығыта, эшҡыуарҙарға ваҡытында ярҙам һәм йәшәгән урындарҙа консультациялар бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Әлеге сара төбәктең социаль эшҡыуарҙары араһында тәжрибә һәм кәңәштәр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Нуриман районы бизнес-шерифы Венера Әхиәрова сарала ҡатнашыусыларға муниципаль ярҙам саралары, инвестиция хеҙмәттәшлеге һәм электрон бюджет тураһында мәғлүмәт бирҙе. Социаль өлкә