Өфө – Инйәр трассаһында Елмәрҙәк бөгөлө (халыҡ телендә Тещин язык тип тә йөрөтәләр) мобиль элемтә менән тәьмин ителде. Хәҙер бында ышаныслы тауыш бәйләнеше бар, тимәк, көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта тиҙ генә ярҙам һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мөмкин буласаҡ.