"Ауыл тренеры" проекты буйынса иң яҡшыларға йыл һайын 22 сертификат тапшырыла. Ошо турала документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыуға кандидаттың урта һәм юғары һөнәри белеме булырға тейеш. Шулай уҡ уның ойошмала кәмендә биш йыл эшләү тураһында йөкләмә алыуы шарт. Хеҙмәт килешеүе өҙөлһә, субсидияны тулыһынса, йә өлөшләтә ҡайтарырға кәрәк буласаҡ. "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал
Бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙа эшләүсе тренерҙарға миллион һум бирелә
19 декабря 202519 дек 2025
~1 мин