2026 йылда Башҡортостанда 13 мең гектарҙан ашыу урман тергеҙеләсәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығынан. Был эштәр "Экологик именлек" милли проекты (нацпроект "Экологическое благополучие") маҡсаттарының береһе булып тора. Киләсәктә күрһәткестәрҙе 103 процентҡа еткерергә планлаштырыла. Был осраҡта тергеҙеү майҙаны урманды ҡырҡыу күләменән артасаҡ. Быйыл 13.5 мең гектар майҙанда ағас ултыртылған. Урман фондын арттырыу буйынса лидерҙар - Учалы, Нуриман, Баймаҡ, Йылайыр райондары. "Экологик именлек" милли проекты буйынса эштәр бер нисә йүнәлештә алып барыла: көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү һәм башҡалар. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайты. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...