Башҡортостанда аҡҡоштар тормошонан күңел ҡылдарын тирбәткән хәл булды. Яраланған инә ҡош менән айырылырға мәжбүр булған ата ҡош үҙенең парын эҙләп килә. Һәм битараф булмаған кешеләр уларҙы ҡауыштыра. Яңыраҡ Благовещен ҡалаһында Калинин урамының 44-се йорт ихатаһына аҡҡош ҡолап төшә. Ул аяғына баҫырға маташа, әммә булдыра алмай. Баҡһаң, яралы була. Моғайын, электр сымына бәрелеп йәрәхәтләнгәндер, тип фаразлайҙар. Ваҡиғаға шаһит булған ҡала халҡы ветеринарҙарға шылтырата, улар был инә аҡҡошто Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Улар, үҙ сиратында, зыян күргән ҡошто Өфөләге ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенә килтерә. Аҡҡош үҙәктә дауалана һәм яйлап иҫенә килә: аяғына баҫа, әммә әле осорға һәләтле түгел. Иң ҡыҙығы шунда: бер ни тиклем ваҡыттан һуң Благовещен халҡы инә аҡҡош ҡолаған урын өҫтөндә һауала бер нисә көн буйына икенсе аҡҡоштоң осоп әйләнгәнен күрә. Ул бейеклектән ихатаны күҙләй, әйтерһең дә, кемделер табырға тырыша. Һәм