Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Аҡмулла университеты мәғариф өлкәһендәге коммуникациялар һәм мәғлүмәт эше буйынса иң яҡшы биш юғары уҡыу йорто иҫәбенә ингән һәм 2025 йылда юғары профессионаллек, мәғлүмәт эшенә яуаплы ҡараш һәм мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн РФ мәғариф министры Сергей Кравцовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Бүләкләү мәғариф системаһының матбуғат секретарҙары өсөн ойошторолған Бөтә Рәсәй семинарында үткән. Рәхмәт хаттарын РФ мәғариф министры урынбаҫары Владимир Желонкин һәм Рәсәй Мәғариф министрлығының Тышҡы коммуникациялар һәм референтура департаменты директоры Ирина Шилкина тапшырған. "Хөрмәтле коллегалар, һеҙгә хеҙмәтегеҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ көн һайын Рәсәй мәғарифы өлкәһендәге уңыштарҙы һәм үҙгәрештәрҙе яҡтыртаһығыҙ, уҡыу йорттарын модернизациялауҙың һәм уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн шарттарҙы яҡшыртыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләйһегеҙ. Тап һеҙҙең профессио