Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының өлкән актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғолов арабыҙҙан китте. Уға 92 йәш ине... Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хушлашыу иртәгә, 14 декабрҙә, иртәнге сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙа. Муллайән Зыялетдин улы Һөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда А.В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының (хәҙерге Рәсәй театр сәнғәте институты) башҡорт студияһын тамамлаған. Шул уҡ йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. СССР халыҡтарының Бөтә Рәсәй театр сәнғәте драматургияһы фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1986) артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ. Йәнең йәннәттә булһын, халыҡ артисы! Фото: телеграм Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡу