Ауылдарҙың төҙөклөгө унда йәшәүселәргә тығыҙ бәйле. Бәләбәй районының Шаровка ауылы халҡы ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, дәррәү күтәреләләр. Ауыл биләмәһе башлығы Ильмира Ильина етәкселегендә йәшәгән төйәктәрен матурлауҙы үҙҙәренең ҡулдарына алғандар. Әсәйҙәр көнө алдынан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” республика конкурсында ҡатнашыу маҡсатында ауылдаштар Хәтер баҡсаһына себер кедрҙары үҫентеләрен ултыртты. Был баҡса Яугир-азат итеүсе һәйкәле эргәһендә быйыл май айында булдырылған. Яҙын уның эргәһенә алмағастар ултыртылған. –Был кедр үҫентеләре хәҙерге ваҡытта улдары махсус хәрби операциялағы һалдат әсәйҙәренең, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа илде күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар образын сағылдыра, – ти шаровкалар. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” конкурсында еңеп, ауыл халҡы Яугир-азат итеүсе һәйкәленә ремонт эшләргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы, Махсус хәрби операция яугирҙәре хөрмәтенә стела ҡуйырға, уларға һалдаттарҙың исемдәрен уйып яҙырға тигән изге маҡсат менән йәшәй.
Исемдәрен уйып яҙырға тигән изге маҡсат менән йәшәйҙәр
29 ноября 202529 ноя 2025
~1 мин