Динир Әсғәт улы Бөрйән сәсәниәһенә “Таң”-ға бер йыллыҡ подписка бүләк итте! Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Бөрйән – башҡортомдоң рух бишеге” патриотик-хәйриә акцияһы барышында “Таң” гәзитенә подписка ла ойошторолдо. Кемдер үҙе яҙылды, кемдер изге подпискаға ҡушылды. Ике әсәне Әсә көнө алдынан Өфөлә йәшәүсе балалары “Таң”лы итте. Бөрйәндә район хакимиәте башлығы булып эшләп киткән Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов “Таң” гәзитенә подписка барышы менән ҡыҙыҡһынып, бер райондашыбыҙға – ғүмере буйы сәхнәләрҙән төшмәй, Бөрйән халҡына рухи аҙыҡ өләшеп йөрөгән йырсы, гармунсы, сәсәниә Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙы Һырлыбаеваға 1 йылға “Таң” гәзитенә подписка бүләк итте! "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал
Динир Әсғәт улы Бөрйән сәсәниәһенә “Таң”-ға бер йыллыҡ подписка бүләк итте
27 ноября 202527 ноя 2025
~1 мин