Рәхим итеп, сираттағы конкурсантыбыҙ менән танышығыҙ, дуҫтар! Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы Дилмөхәмәтова Ауырғазы районы Мораҙым ауылында йәшәй. Тормош иптәше Фәнил Вәкил улы менән дүрт бала үҫтергәндәр. Мораҙым ауыл модель китапханаһында эшләй. Хеҙмәт стажы – 22 йыл. Өлкән ҡыҙҙары Дилараға – 28 йәш, уны быйыл башлы-күҙле итеү ҡыуанысын кисергәндәр. Лилианаға – 26, Айҙарға – 23 йәш, кинйәкәй ҡыҙҙары Рита мәктәпте тамамларға йыйына. Дилмөхәмәтовтарҙың күркәм ғаиләһен ауылдаштары бик ихтирам итә. Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында ла ҙур хөрмәткә лайыҡ. Барыһы ла уның баҫалҡылығын, ярҙамсыллығын телгә ала. Уның күңел байлығы тураһында ошо миҫал да асыҡ һөйләйҙер: Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы менән Фәнил Вәкил улының ғаилә ҡороуҙарына 30 йыл булып, шуның тәүге көндәренән алып килен кеше ҡәйнәһе менән сирек быуат бергә татыу ғүмер кисерә. Әле лә был йылы мөхит дауам итер ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәй биш йыл элек вафат булған. Татыу ғаилә һәр байрамда, тыуған көндәрҙә бергә йыйыла, күмәкләшеп тәбиғәт ҡ