Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы үтә Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 8 ғинуарға тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.