Найти в Дзене

Декабрь нисек килер?

Синоптиктар декабрь айында Рәсәйҙең үҙәк, урта өлөшөндә күҙалланған һауа торошо менән таныштырҙы. Уларҙың фаразына ярашлы, беҙҙе йылы, әммә йонсоу, ҡарлы-ямғырлы декабрь көтә. Ҡыштың тәүге айының башында көндөҙгө һауа температураһы 0 градус тирәһендә тирбәләсәк, төндә -5 градусҡаса һыуытасаҡ, ти белгестәр. Декабрҙең беренсе ун көнлөгө аҙағына, айҙың уртаһына ҡарай көндөҙ яҡынса -5, төндә – 8...10 градусҡа ткилем һыуытыуы күҙаллана. Дөйөм алғанда, ай дауамында -30 градуслыҡ сасҡау һыуыҡтар көтөлмәй. Әммә йылы һауа торошо була тип ҡыуанырға иртәрәк, сөнки көндәр йонсоу, яуым-төшөмлө торасаҡ. Ай дауамында ҡояшлы, аяҙ көндәр бик һирәк буласаҡ, ти синоптиктар. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!