Туғанына матур бүләк әҙерләгән Байназар егете Радис Нурғәлин МХО зонаһына быйыл апрель айында юлланған. “Сотка” позывнойлы яугир яҡташыбыҙ ярты йыл эсендә ике тапҡыр яраланған. 35 көнлөк ялға ҡайтҡан сағында ул ауылдашы Фәриҙә Айытбаеваға Әсәйҙәр көнө уңайынан матур бүләк – “Таң” гәзитенә подписка эшләгән. Афарин, илһөйәр, телһөйәр яҡташыбыҙ! Тыуған ил именлеге хаҡына Ватан һағына баҫҡанда ла, район гәзитенә иғтибарлы булыуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал