Дүртөйлө районының Түбәнге Аташ ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды. Мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам һәм яңыртыу “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә. Белгестәр инеү төркөмөн ремонтлаған. Шулай уҡ учреждениела тәҙрәләр алмаштырыла, музыка ҡоралдары һәм оргтехника һатып алына. “Яңыртылған Мәҙәниәт йорто – ауылдың мәҙәни тормошо өсөн яңы һулыш. Уны бөтә йәштәгеләр өсөн ысын йәлеп итеү үҙәгенә әйләндереү, һәр кем үҙ талантын асып, үҙен ҙур һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тойһон өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ”, — тип билдәләне Дүртөйлө районының мәҙәни-ял үҙәге директоры Илшат Закирйәнов. Әйтергә кәрәк, Мәҙәниәт йорто бинаһында күренекле композитор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Мөфтәдин Ғиләжев иҫтәлегенә арналған музей урынлашҡан. “Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түлә
Түбәнге Аташ ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды
3 декабря 20253 дек 2025
1 мин