Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Вәхиттең механизатор булғыһы килә, әммә билдәле йырсы булып таныла

Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле солист Вәхит Хызыров бөгөн үҙенең ҙур юбилей датаһын - уға 60 йәш тулды. Ул оҙаҡ йылдар дауамында республикабыҙ мәҙәниәтен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лайыҡлы күрһәтә. Вәхит Ғәлибай улы Хызыров 1965 йылдың 16 ноябрендә Әбйәлил районының Таштимер ауылында тыуған. Был төбәктән бик күп иҫ киткес йырсылар һәм шағирҙар сыҡҡан. Вахит Хызыров музыкаль ғаиләлә үҫә һәм тәрбиәләнә. Уның атаһы һәм әсәһе халыҡ йырҙарын бик яҡшы башҡарыуы менән округта билдәлелек яулай. Улар балаларына лайыҡлы белем бирергә бик теләй, улар өсөн фортепиано, баян һәм скрипка һатып ала. Хызыровтарҙың алты балаһының өсәүһенең профессиональ йырсы булыуы осраҡлы түгел. Вахиттың да һөнәр һайлауында шиктәре булмай, ул бала саҡтан йырсы булырға хыяллана һәм алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә. Ә шулай ҙа уның тағы ла бер хыялы булған икән. Ошо хаҡта Гөлфиә Юнысова былай тип яҙҙы (архивтан): "Вәхиттең ата-әсәһе Ғәлибай Мырҙабай улы менән Әҡлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хызыровтар колхозда ла егелеп эшлә

Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле солист Вәхит Хызыров бөгөн үҙенең ҙур юбилей датаһын - уға 60 йәш тулды. Ул оҙаҡ йылдар дауамында республикабыҙ мәҙәниәтен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лайыҡлы күрһәтә. Вәхит Ғәлибай улы Хызыров 1965 йылдың 16 ноябрендә Әбйәлил районының Таштимер ауылында тыуған. Был төбәктән бик күп иҫ киткес йырсылар һәм шағирҙар сыҡҡан. Вахит Хызыров музыкаль ғаиләлә үҫә һәм тәрбиәләнә. Уның атаһы һәм әсәһе халыҡ йырҙарын бик яҡшы башҡарыуы менән округта билдәлелек яулай. Улар балаларына лайыҡлы белем бирергә бик теләй, улар өсөн фортепиано, баян һәм скрипка һатып ала. Хызыровтарҙың алты балаһының өсәүһенең профессиональ йырсы булыуы осраҡлы түгел. Вахиттың да һөнәр һайлауында шиктәре булмай, ул бала саҡтан йырсы булырға хыяллана һәм алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә. Ә шулай ҙа уның тағы ла бер хыялы булған икән. Ошо хаҡта Гөлфиә Юнысова былай тип яҙҙы (архивтан): "Вәхиттең ата-әсәһе Ғәлибай Мырҙабай улы менән Әҡлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хызыровтар колхозда ла егелеп эшләп, йортта ла аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, рухи байлыҡ хаҡында ла онотмай. Алты баланы, ике ҡыҙ hәм дүрт малайҙы, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу, уларға тейешле белем алырға ярҙам итеү ата-әсәнең иң яҡты теләге була. Алдан алып булhа ла әйтәйем: уларҙың изге хыялдары тормошҡа аша: Хызыровтарҙың алты балаhы ла юғары белем алып, үҙ юлдарын hайлап, донъя көтә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме hуң?! Барлыҡ ауыл малайҙары hымаҡ, Вәхит тә иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндә. Мал ҡарау, баҡса мәшәҡәттәре, йортто тәртиптә тотоу – барыhы ла бала-саға иңендә. Сөнки өлкәндәр колхоз эшенән бушамай. Бесән мәле, hуғым өмәләре, уңыш йыйыу кеүек бөтә ғаилә менән башҡарылған эштәр бер байрам булып хәтерҙә ҡала. Күңел асырға ла ваҡыт бүлә Хызыровтар. Йыр-моңға, матурлыҡҡа ынтылған бала ел ҡыуып, аҙып-туҙып йөрөмәй. Уның күңелендә этлеккә, алама уйҙарға урын ҡалмай. - Олатайымдың өйөндә гел скрипка эленеп торҙо. Кем теләй, шул алып уйнай алды. Беҙҙең өйҙә бер генә түгел, ә 5-6 баян бар ине, – тип бала саҡтарын иҫкә ала Вәхит Ғәлибай улы. – Сәғит ағайым – ғаиләлә оҫта баянсы. Ул башта сәнғәт училищеhын, аҙаҡ институтын да бөттө. Ҡустым Зөфәр ҙә училище тамамланы. Әле район мәҙәниәт hарайында йырлай. Бер ваҡыт атайым оло hыйырҙы hатып Магниттан пианино алып ҡайтты. Ул осорҙағы бәләкәй ауыл өсөн ғәжәп күренеш булғандыр инде: уны машинанан төшөргәндәрен ҡарарға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Алдан hөйләшмәгәндәрҙер, күрәhең, пианиноға иң аптыраған кеше әсәйем ине. Атайымдың, мал тотонғас, донъя кәрәк-ярағы алып ҡайтыуын көтөп торған бит инде ул. Был ят уйын ҡоралы ла беҙҙең өсөн үҙ булып китте. Унда бөтәбеҙ ҙә уйнап үҫтек. Бөгөн дә хеҙмәт итә ул. Өфөлә йәшәүсе Фәhимә hеңлем уйнай. Ғаиләләге дүртенсе бала Вәхит өс йәштән сәхнәгә менә. Әсәhе уға бик матур милли бейеү кейеме hәм ҡыҙыл бәрхәттән ситек тегеп бирә. Малай концерттарҙа "Перовский"ҙы дәртләнеп бейей, ауылдаштары яратып йырлаған мөхәббәт йырҙарын башҡара. Шул саҡта уҡ hәләтле малайҙы "Ғәлибайҙың артист улы" тип йөрөтәләр. Бер көн Әҡлимә апай улының күңелен китмәҫкә тырышып, йомшаҡ тауыш менән: "Балам, hин матур йырлайhың. Әйҙә, йырлап ҡына йөрө, бейеп торма инде, аяҡтарың килешмәй", – ти. Әсә hүҙенән сығып булмай инде. Вәхит башҡаса сәхнәлә бейемәй. Мәктәптә уҡығанда репертуары тағы ла киңәйә, тулылана йәш йырсының. Ул саҡта айырыуса популяр булып киткән Рим Хәсәновтың hәр яңы йырын тиерлек башҡарып ауылдаштарын hөйөндөрә малай. Механизатор – ауылда иң хөрмәтле, кәрәкле кеше. Вәхит тә ошо hөнәрҙе hайлай, училищеға китергә әҙерләнә. Ләкин әсәhенең теләге икенсерәк булған икән. Ул hәләтле улын Өфөгә, сәнғәт училищеhына барырға өгөтләй. Был фекерҙе шул йәйҙә генә ошо уҡыу йортон тамамлаған Сәғит ағаhы ла хуплай. Бер hабаҡташы менән китә былар баш ҡаланы яуларға. Дуҫы ауыл хужалығы институтына юллана, ә Вәхит – сәнғәт училищеhына. Уҡырға инәсәгенә шикләнмәгән үҫмер, тәүҙәрәк аптырап ҡала: 200-ләп кеше имтихан бирергә килгән. Ә урындар 24 кенә. Һәр эшкә сәмләнеп тотоноп өйрәнгән ауыл малайы уңайhыҙланыуҙарын ситкә ҡуйып, имтихандарға етди әҙерләнә. Сәхнәләрҙән йырлап, халыҡ алдында ла үҙен тейешенсә тотоп өйрәнгән бит инде ул. Тауышының да hынатмаҫлыҡ булыуын белә. 24 ҡабул ителеүсе араhында Вәхит менән бергә әле исемдәре республика тамашасыларына билдәле сәнғәт әhелдәре Йәмил Әбделмәнов, Джон Мусин, Харис Шәрипов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева, Зөлфиә Шакировалар ҙа була. Шулай итеп, күңелле лә, ауыр ҙа, яҡты өмөттәр тулы тынғыhыҙ студент йылдары башланып китә". Вәхит Ғәлибай улын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы.