Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугир мәсетте төҙөкләндереү өсөн 300 мең күсергән

Маҡан яугиренән саҙаҡа Хәйбулла районының Маҡан ауылынан «Уралыч» позывнойлы яугир Аҡъяр ауылының «Тәслим» мәсетен төҙөкләндереү өсөн 300 мең күсергән. Уның был бүләген әсәһе Гөлбикә Хәмзина мәсеттең имам-хатибы Айнур Рәхмәтуллинға тапшырҙы. Гөлбикә Марат ҡыҙының ике улы ла тыуған ил хәүефһеҙлеген һаҡлап, алғы һыҙыҡта йөрөйҙәр. Йомартлығы һәм илһөйәрлеге өсөн «Уралыч»ҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Махсус хәрби операцияла тыуған ерен онотмай, уның үҫешенә өлөш индергән йомарт яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның был өлгөһө барыбыҙҙы ла изге ғәмәлдәргә әйҙәһен һәм берҙәмлегебеҙҙе нығытһын. Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың Аллаһ Тәғәлә саҙаҡаларын ҡабул итеп, мең сауабын бирһен. Егеттәребеҙгә Раббыбыҙҙың яҡлауында, һаҡлауында булып, имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ. Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!