Быйыл Башҡортостанда предприятиеларҙың 250 эшсеһе “Процестар фабрикаһы” яңыртылған федераль проекты буйынса дәрестәр алды. Сара “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы үткәрелде. Йыл башынан республикала 19 фабрика уңышлы ойошторолдо: 16-һы – етештереү процестары буйынса, өсәүһе офистағы эшкә ҡағыла. Был уҡыуҙа ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнә, был иһә эш барышындағы юғалтыуҙарҙы үҙаллы асыҡлау, эш операцияларын уңайлаштырыу, үҫеш нөктәләрен асыҡлау мөмкинлеге бирә. Уҡыу үткәрелгән предприятиелар араһында “Башҡорт кирбесе”, “Башҡорт бройлеры”, “Өфө аныҡ машиналар эшләү заводы” йәмғиәттәре һәм башҡа коллективтар бар. ФЕКЕР Айрат ФӘХРЕТДИНОВ, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары: - “Процестар фабрикаһы – ул уҡытыу ғына түгел, ә эште үҙгәртеүҙең ысынбарлыҡтағы тәжрибәһе. Унда ҡатнашыусылар эш барышы процесындағы хатта ҙур булмаған үҙгәрештең дә