Борай районында Етеҙ Танып аша күпергә реконструкция башланған. 11 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимы аша граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашты, уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ойошторҙо. Кешеләр Рәсәй Президенты Владимир Путинға йыш мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Борай районындағы Етеҙ Танып аша һалынған күпергә ремонт эшләүҙе үтенгәндәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 7 июнендә ауыр транспорт үтеү арҡаһында күпер ифрат ныҡ емерелгән. Йөк машинаһы М-12 "Көнсығыш" федераль трассаһы төҙөлөшөнә йәлеп ителгән булған. Был ҡатмарлы хәлдән һуң унда йөрөү тулыһынса тыйылған. Шәхси транспорт өсөн "Автодор" компанияһы ваҡытлыса күпер һалған, ә пассажирҙар автобустары урау юлдан йөрөгән. – Эштәр графикка ярашлы бара, 2025 йылдың 1 ноябренә ҡоролмала эштәр 23 процентҡа үтәлгән, – тине Радий Хәбиров. – Объектты сафҡа индереү ваҡыты – 2026 йылдың 30 ноябре. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.