Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙ БПЛА-нан нисек һаҡланырға кәрәклеген беләбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә. Көтөлгәнсә һорауҙар бик күп һәм уларҙы эфир тамамланғансы бирергә була. “Известия” баҫмаһының Башҡортостандан хәрби хәбәрсеһе Эмиль Тимашев Башҡортостандың пилотһыҙ аппараттар һөжүмен кире ҡағырға ни тиклем әҙер булыуын һораны. Радий Хәбиров БПЛА-ның террористик һөжүмен кире ҡағыу мәсьәләһендә төбәк халҡынан үҙенең идара итеү командаһына ышанысын һораны. – Әлеге ваҡытта дошман дрондары даими рәүештә Башҡортостанға килеп етергә тырыша, йыш ҡына “Келәм” планы индерелә. Һөжүмдәр йышыраҡ һәм уйланылғаныраҡ була бара. Мәҫәлән, “Газпром нефтехим Салауат”ҡа күптән түгел бер юлы алты дрон килде. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда стратегик объекттар бындай һөжүмгә әҙер түгел ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә саралар күрергә тура килде. Башҡортостанда стратегик мөһим объекттарҙы яҡлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән террорға ҡаршы комиссия ойошторолдо. Пассив саралар сифатында үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән антидрон селтәрҙәре ҡулланыла. Актив һаҡлау

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә. Көтөлгәнсә һорауҙар бик күп һәм уларҙы эфир тамамланғансы бирергә була. “Известия” баҫмаһының Башҡортостандан хәрби хәбәрсеһе Эмиль Тимашев Башҡортостандың пилотһыҙ аппараттар һөжүмен кире ҡағырға ни тиклем әҙер булыуын һораны. Радий Хәбиров БПЛА-ның террористик һөжүмен кире ҡағыу мәсьәләһендә төбәк халҡынан үҙенең идара итеү командаһына ышанысын һораны. – Әлеге ваҡытта дошман дрондары даими рәүештә Башҡортостанға килеп етергә тырыша, йыш ҡына “Келәм” планы индерелә. Һөжүмдәр йышыраҡ һәм уйланылғаныраҡ була бара. Мәҫәлән, “Газпром нефтехим Салауат”ҡа күптән түгел бер юлы алты дрон килде. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда стратегик объекттар бындай һөжүмгә әҙер түгел ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә саралар күрергә тура килде. Башҡортостанда стратегик мөһим объекттарҙы яҡлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән террорға ҡаршы комиссия ойошторолдо. Пассив саралар сифатында үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән антидрон селтәрҙәре ҡулланыла. Актив һаҡлауҙа Рәсәй Оборона министрлығы ярҙам итә. Улар төбәккә осоусы шикле объекттар тураһында хәбәр итә, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда "панцирь", зенит һәм шыма көбәкле ҡорал бар. Радиоэлектрон баҫтырыу сараларының бер нисә быуыны алмаштырылған да инде. Хәүеф янағанда предприятие хеҙмәткәрҙәрен шунда уҡ һыйыныу урынына эвакуациялайҙар. – Беҙ үҙебеҙҙе нисек яҡларға кәрәклеген беләбеҙ һәм һөҙөмтәле яҡлайбыҙ. Бөтә предприятиелар ҙа эшләй. Башҡортостан халҡын ығы-зығыға бирелмәҫкә, ялған мәғлүмәткә ышанмаҫҡа һәм рәсми хәбәрҙәр көтөргә саҡырам, – тине Радий Хәбиров. Тура бәйләнеш барышында төрлө майҙансыҡтар менән бәйләнешкә инделәр. Республикаға идара итеү үҙәгендә һорауҙарҙы ике аҙна алдан йыя башлауҙары хаҡында һөйләнеләр. Быйыл тағы бер элемтә каналы – МАХ мессенджеры өҫтәлде. Ғәҙәттәгесә, кешеләрҙе юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм махсус хәрби операция мәсьәләләре борсой. Мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеүҙә быйыл тәүге тапҡыр яһалма интеллект ярҙам итә. Һорауҙарҙың береһе – Өфөлә йәшәүсе Алмас Вәхитовтан. Ул ижади йәштәргә үҙҙәренең йәлеп итеү нөктәһе булыуын һорай. Радий Хәбиров бер аҙна элек Өфөләге “Территория 3000”гә барыуы, уны креатив кластер тип атауын һөйләне. Әле Башҡортостанда ижади берләшмәләр барлыҡҡа килһен өсөн эш алып барыла. Бөрөлә, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә ошондай берләшмәләр бар. Ете муниципалитет билдәләнгән, уларҙа шулай уҡ ижади индустриялар үҫтереләсәк. – Һәр тармаҡҡа – спорт, мәҙәниәт, ижади индустрия өсөн майҙансыҡтар һәм инфраструктура кәрәк. Шул иҫәптән ауылда ла. Шуға күрә спорт объекттары һәм мәҙәниәт йорттары ремонтлана. Өфөлә Рус драма театрын федераль средстволар иҫәбенә ремонтлау планлаштырыла. Яҡынса 1,5-2 миллиард һум талап ителә. Дәүләт циркы бинаһы ла ремонт көтә. Аҡса 2026-2028 йылдарҙа көтөлә. Реконструкция киләһе йылда уҡ башланыуы ихтимал. Әле проектлау бара, Дәүләт экспертизаһы менән эш алып барыла, – тине ул. Фото: "Башинформ". Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!