Найти в Дзене

Ниәт – халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү

Өфөнән Баймаҡ районына иң тура юл Белорет районының Инйәр ҡасабаһы аша үтә. "Әсәй, мин Инйәрҙә!" кеүек һүҙбәйләнеш тап баймаҡтарҙан сыҡҡан да инде. Асылда, баш ҡалабыҙҙан Баймаҡ ҡалаһына – 425 километр. Һүҙ ҙә юҡ, был яҡ кешеләре Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы аша – ныҡ урау юлдан да йөрөй ала. Улай икән, ара 600 километрға һуҙыла, юлға ваҡыт та күп китә. Шул уҡ ваҡытта Әбйәлил һәм Белорет районы юлаусыларына Өфөгә барыу өсөн тап Инйәр аша үткән берҙән-бер юл ҡала йәки уларға һайлау мөмкинлеге юҡ. Иң насары – һауа торошо ныҡ боҙолған көҙ һәм яҙ айҙарында, ҡыш миҙгелен телгә алыу артыҡ, автомагистраль йыш ҡына ваҡытлыса ябылып тора. Яҙғандарыма ҡеүәт, быйыл октябрь баштарында Инйәр ҡасабаһы янында юл иртәнге сәғәт 10-дан алып киске 20 сәғәткә хәтлем юлға сикләүҙәр индерелде. Әйткәндәй, республика етәкселеге юлдар төҙөлөшөнә даими рәүештә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, "Өфө–Инйәр–Белорет" юлына альтернатива һаналған өр-яңы "Стәрлетамаҡ–Белорет–Магнитогорск" юлы һалына башланы. Башҡортостан

Өфөнән Баймаҡ районына иң тура юл Белорет районының Инйәр ҡасабаһы аша үтә. "Әсәй, мин Инйәрҙә!" кеүек һүҙбәйләнеш тап баймаҡтарҙан сыҡҡан да инде. Асылда, баш ҡалабыҙҙан Баймаҡ ҡалаһына – 425 километр. Һүҙ ҙә юҡ, был яҡ кешеләре Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы аша – ныҡ урау юлдан да йөрөй ала. Улай икән, ара 600 километрға һуҙыла, юлға ваҡыт та күп китә. Шул уҡ ваҡытта Әбйәлил һәм Белорет районы юлаусыларына Өфөгә барыу өсөн тап Инйәр аша үткән берҙән-бер юл ҡала йәки уларға һайлау мөмкинлеге юҡ. Иң насары – һауа торошо ныҡ боҙолған көҙ һәм яҙ айҙарында, ҡыш миҙгелен телгә алыу артыҡ, автомагистраль йыш ҡына ваҡытлыса ябылып тора. Яҙғандарыма ҡеүәт, быйыл октябрь баштарында Инйәр ҡасабаһы янында юл иртәнге сәғәт 10-дан алып киске 20 сәғәткә хәтлем юлға сикләүҙәр индерелде. Әйткәндәй, республика етәкселеге юлдар төҙөлөшөнә даими рәүештә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, "Өфө–Инйәр–Белорет" юлына альтернатива һаналған өр-яңы "Стәрлетамаҡ–Белорет–Магнитогорск" юлы һалына башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөтәһе лә финанслауҙы нисек тәьмин итеүгә туранан-тура бәйләнгән, иң мөһиме, уға аҡса йүнәлтеүҙе һис кенә лә өҙөргә ярамай. Йыл да ниндәйҙер эштәрҙе башҡарып алға барырға тейешбеҙ. Ысынлап та, был йүнәлештә эштәр ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Киләсәктә Инйәр ҡасабаһын урап үткән автомагистралдең шәп буласағында тамсы ла шик юҡ. Әлбиттә, ҙур төҙөлөш бер нисә йыл дауам итәсәк, дөрөҫөрәге, планға ярашлы ул 2028 йылдың аҙаҡтарында тамамланырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо төҙөлөшкә бәйле хәл-торош менән һәр ваҡыт бәйнә-бәйнә таныштырып бара – үҙенең уй-фекерҙәрен яҙа, видеоға төшөрөп тә яңылыҡтарҙы еткерә. Ошо проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, Инйәр эргәһендә юл өлөшө ябылған осраҡта ла, баймаҡтар ҙа, әбйәлилдәр ҙә, белореттар ҙа тиҙ арала Өфөгә барып етә аласаҡ. 2025 йылдың июль айында төбәк етәкселеге "Дортрансстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә был бурысты йөкмәтте, уның хаҡы 16,6 миллион һум тәшкил итә. Ул 15,5 километр араға һуҙылған. Әле эштәр Белорет районының Ҡағы һәм Үрге Әүжән ауылдарына етәрәк ҡыҙыу бара. Бөгөн иһә юлдарҙың ниндәйҙер өлөшөнә асфальт түшәлгән, унан инде тағы ла 50 километр тирәһе юлды төҙөргә кәрәк. Шул иғтибарға лайыҡ, беҙҙә ауыл хужалығы тармағына, мәғариф секторына, йәштәр мәсьәләһенә, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫешкә юл асылһын һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп ниәт-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошоларҙың һәммәһен дә республика етәксеһе даими күҙәтеү аҫтына алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлолтай депутаттарына мөрәжәт итеп, былай тигәйне: – Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих, уның ҡарауы, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Һәм кешеләр был турала үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Ә иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар граждандарға ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ. Ысынлап та, Өфө ҡалаһынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарына юлланғанда, әйтәйек, Сибай, Яңауыл, Учалы ҡалалары, Үрге Тәтешле, Аҡъяр ауылдары тарафтарына барғанда, ундағы хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Асфальт тип-тигеҙ, бер урында ватылған урынды күрмәҫһең, бынан тыш, уның ситтәре тейешле нығытылған, юлдарҙың ситендәге үлән даими сабылып тора. Юлаусылар уңайлы траспортта йөрөй. Республикабыҙға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр. Башҡортостан етәкселеге замандан бер аҙым алға барыуҙы маҡсат иткән. Әйтәйек, 2024 йылдың 21 мартында Өфөлә "Көнсығыш сығыу юлы" (1992 йылда төҙөлөш башланған булған) сафҡа индерелде. Унда республика етәксеһенең ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Уның асылыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. Ул автомобиль тығындарын бөтөрөүгә тос өлөш индерҙе. – "Көнсығыш сығыу юлы" – Башҡортостанда күптәнге эре инфраструктура объекты, улай ғына ла түгел, бик ауыр инженерлыҡҡа бәйле эш, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һүҙ ҙә юҡ, Өфө ҡалаһы кешеләренең, республика халҡының уның төҙөлөүенә шатлығы сикһеҙ. "Көнсығыш сығыу юлы" кешеләргә ваҡыттарын күп сарыф итмәүгә, тиҙ юл йөрөүгә булышлыҡ итә, үҙ сиратында, уңайлыҡтар тыуҙыра. Башҡортостан Башлығының идара итеү командаһы "Көнсығыш сығыу юлы"н (түләүле, әммә ҡайһы бер граждандарға ташлама булған Рәсәйҙәге берҙән-бер тоннель) файҙаланыуға тапшырып, төҙөлөш буйынса амбициоз проектты тормошҡа ашырыуға өлгәште. Уны "һаҡаллы төҙөлөш" тип әйтергә була, сөнки төрлө йылдарҙа был эш башланды ла ташланды, уға йәбештеләр ҙә кире туҡтаттылар. Унда шул йылдарҙа йүнәлтелгән аҡсаның иҫәбе-һаны юҡ, тиҙәр. Бары тик Радий Фәрит улы власҡа килеү менән ошо ҙур төҙөлөшкә шунда уҡ тотондо. Салауат Юлаев проспектын Урал "М-5" федераль автомагистрале менән тоташтырған "Көнсығыш сығыу юлы"н сафҡа индереү – республика етәкселегенең маҡсатҡа ынтылышлы булыуының һәм ныҡышмаллы сифатының өлгөһө ул. Ошо объект баш ҡалабыҙҙан ситкә сыҡҡан автомобилдәрҙе тығындарҙан ҡотҡарҙы, етмәһә, ҡаланың йылға аръяғындағы үҫешенә көслө булышлыҡ итте. Әйткәндәй, төҙөлөш барғанда Радий Хәбиров бында йыш булды, эш барышы менән яҡындан танышты, эшселәр һәм инженерҙар менән һәр саҡ аралашты. Киләсәктә юл Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем һуҙыласаҡ, унан инде Затон биҫтәһенә илткән күпергә етәсәк һәм "Р-240" федераль трассаһына тоташтырыласаҡ, "М-12" автомагистраленә барып етәсәк. "Көньяҡ ҡапҡалары" тураһында ла ҡыуаныстарыбыҙ менән ихлас бүлешәбеҙ. Республика Башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, бында, әлбиттә, күпмелер ваҡыт уларға ла, халыҡҡа ла, төҙөүселәргә лә түҙергә тура киләсәк, унһыҙ юлдар төҙөү мөмкин түгел. Уның ҡарауы, тиҙҙән бынамын тигән Өфөгә инеү юллы буласаҡбыҙ – ул "Көньяҡ ҡапҡалары" тип атала. Өфө өсөн, географияны һәм ландшафтты иҫәпкә алып, һәр юлдың урынлашыуы, һәр күпер, мөһимдәрҙән һанала. "Көньяҡ ҡапҡалары", шулай уҡ эре инфраструктура объекты, ул да күптән хәл итеүҙе көттө. Төбәк етәксеһенең уға тейешле иғтибары арҡаһында, был төҙөлөшкә аҡса табылды һәм уны финанслау әле лә дауам итә. Ошо проекттарҙың икеһе лә тирә-яҡтан йылға һәм күлдәр менән уратып алынған баш ҡалабыҙҙа транспорт мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә һәм өфөләргә һәм ҡунаҡтарға уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға туранан-тура булышлыҡ итте. Уҡытыусы Фәһимә Әсләмованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө күҙгә күренеп күркәмләнә, ул ғына ла түгел, баш ҡалабыҙ тирәләй юлдарҙың торошо ныҡ яҡшырҙы, транспорт хәрәкәте лә көйләнде. "Көньяҡ ҡапҡалары" инфраструктура проекты сиктәрендә 2022–2026 йылдар һуҙымында инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә ҡаланың көньяҡ өлөшөндә биш транспорт инфраструктураһы объекты тормошҡа ашырыла. Был "Кузнецов затоны" һәм "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәләрендә транспорт сиселешен тәьмин итеү һәм транспорт ағымын көйләү өсөн кәрәк. 2,5 километрға һуҙылған Пугачев урамын рәтләү, яңы генерал Рыленко урамын төҙөү Пугачев һәм генерал Рыленко урамдарында транспорт киҫелешен төҙөү һәм башҡа эштәр шуға асыҡ миҫал. Шул иғтибарға лайыҡ, 2024 йылдың октябрендә генерал Рыленко урамынан һәм Пугачев һәм генерал Рыленко урамдарындағы транспорт киҫелешенән автомобилдәр йөрөй башланы, ә ноябрҙә Пугачев урамының дублерына – Бельский урамынан Сочи урамына хәтлем юл асылды. Илдар АҠЪЮЛОВ. Башҡортостан траспорт һәм юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА: – Башҡортостанда траспорт һәм юл мәсьәләләре һәр ваҡыт республика Башлығы Радий Хәбировтың төп иғтибар үҙәгендә тотола. Кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү буйынса республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙе даими ойоштора, ә инде етәкселектең урындарға йыш сығыуы, эш барышы менән өҙлөкһөҙ танышыуы күпте һөйләй. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы. Юлдарҙы ремонтлау, уға асфальт һалыу – юл хәрәктендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле. Мәҫәлән, Благовар районында, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә, "Языков–Балышлы–Шишмә" юлының 3,3 километры ремонтланды. Бик яҡшы килеп сыҡҡан, эштәр Балышлы һәм Яңы Бүләк ауылдары тирәһендә тормошҡа ашырылды. Юлсылар бурыстарына яуаплы ҡараған, шулай уҡ юл ситтәрен нығытҡан, нығытмалар ҡалҡытҡан, юл билдәләрен урынлаштырған. Шуныһы, "Языков–Балышлы–Шишмә" юлы үрҙә телгә алынған ауылдарҙың нәҡ уртаһынан үтә, шул уҡ ваҡыта Һарайлы ауылдарындағы мәктәпкә, фельдшерлыҡ-акушер пунктына, почтаға, "Минең документтарым" күп функциялы үҙәгенә һәм бүтән мөһим социаль объекттарға барыу өсөн ныҡ уңайлы. Капиталь ремонт арҡаһында урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм тигеҙ юлдар һалыуға ирештек. Уйлауымса, киләсәктә лә, тик кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләгән бихисап проекттар ваҡыттында һәм уңышлы тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар ҙа, ҡатмарлыҡтар ҙа булырға тейеш түгел, хәйер, эш барышында теге йәки был проблеманы бер нисек тә тоймайбыҙ. Һәр башланғыс уңышҡа юл аса.