Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ниһайәт, ҡыш етә ахыры...

Башҡортостанда, ниһайәт, ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инә. Ҡар һәм һыуыҡтар көтөлә. Төбәктең Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 21 ноябрҙә һауа температураһы төндә -1, -6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -7, -12 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -1, +4 градус булыуы фаразлана. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡта бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан талғын. Шәмбе, 22 ноябрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә. Һауа температураһы төндә -10 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ +2, +7 градус йылыраҡ була. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!