Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үлгән апаһының ҡыҙын үҫтерәм тип...

Ләйләне күптәнән беләм. Йыш аралашырға тура килмәй, ләкин ҡайһы саҡ күрешкәндә ихлас һөйләшеп алабыҙ. Тормош юлы бормалыраҡ булһа ла бөгөнгөһө менән бик тә бәхетле ул. Сөнки эргәһендә күңеле һөйгән кешеһе һәм дә... апаһының тыуғас та әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙы бар. Ә ошо көндәрҙә Ләйләнең үҙенең дә игеҙәк улдары донъяға килде. Мөхәббәт тарихы ябай түгел уның. Бала хаҡына тыуған һөйөү тиергә лә мөмкин. Сөнки ире Мансур тәүҙә уға еҙнәй ине. Егет иң элек Ләйләнең бер туған апаһы Зиләгә ғашиҡ булды, һөйөү һүҙҙәрен тик уға һөйләне. Мәктәп йылдарынан башланды уларҙың мөхәббәт тарихы. ...Зилә менән Мансур икеһе ике ауылдан булһа ла, бер мәктәптә уҡынылар. Мансур татар ауылынан татар егете, Зилә башҡорт ҡыҙы. Үҙҙәренең ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мансур унынсы класҡа башҡорт мәктәбенә барҙы.Тырышып башҡорт телен өйрәнде, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтә алмауы ла уны ҡаушатманы. Бер хәлдә лә юғалып ҡалмаған, һәр ваҡыт йор яуабын таба белгән үткер егет бик күп класташ ҡыҙҙарын

Ләйләне күптәнән беләм. Йыш аралашырға тура килмәй, ләкин ҡайһы саҡ күрешкәндә ихлас һөйләшеп алабыҙ. Тормош юлы бормалыраҡ булһа ла бөгөнгөһө менән бик тә бәхетле ул. Сөнки эргәһендә күңеле һөйгән кешеһе һәм дә... апаһының тыуғас та әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙы бар. Ә ошо көндәрҙә Ләйләнең үҙенең дә игеҙәк улдары донъяға килде. Мөхәббәт тарихы ябай түгел уның. Бала хаҡына тыуған һөйөү тиергә лә мөмкин. Сөнки ире Мансур тәүҙә уға еҙнәй ине. Егет иң элек Ләйләнең бер туған апаһы Зиләгә ғашиҡ булды, һөйөү һүҙҙәрен тик уға һөйләне. Мәктәп йылдарынан башланды уларҙың мөхәббәт тарихы. ...Зилә менән Мансур икеһе ике ауылдан булһа ла, бер мәктәптә уҡынылар. Мансур татар ауылынан татар егете, Зилә башҡорт ҡыҙы. Үҙҙәренең ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мансур унынсы класҡа башҡорт мәктәбенә барҙы.Тырышып башҡорт телен өйрәнде, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтә алмауы ла уны ҡаушатманы. Бер хәлдә лә юғалып ҡалмаған, һәр ваҡыт йор яуабын таба белгән үткер егет бик күп класташ ҡыҙҙарының йөрәгенә ут һалды. Ләкин Мансур йөҙгә һөйкөмлө, яғымлы ҡарашлы Зиләне үҙ итте. Мәктәптә ике йыл уҡыу мәлендә улар бер-береһенән айырылманылар ҙа тиерлек. Дәрестәрҙә лә бер парта артында уҡынылар, кластан тыш сараларҙа ла бергә. Уларҙың мәктәпте тамамлағас, өйләнешеүҙәренә лә бер кем шикләнмәне. Шулай булды ла. Яҡындағы ҡалала, икеһе лә ҡыҫҡа ҡына курстарҙы тамамлап, береһе водитель, икенсеһе ашнаҡсы һөнәрен алдылар ҙа, Себер тарафтарына йәшәргә сығып киттеләр. Тормош башлап киткәндә кемгә еңел? Ләкин бергә булыуҙары менән бәхетле ине Зилә менән Мансур. Эш көнө аҙағынаса бер-береһен һағынып өлгөрҙөләр. Тәүге сабыйҙары тыуыуын да ашҡынып көттөләр. Алдан әйбер алырға ярамай тигән ырым булһа ла, Зилә балалар магазинынан сыға белмәне. Шул тиклем ҙур күңел кинәнесе менән сабыйҙар кейемен, уйынсыҡтарҙы йыйҙы ла йыйҙы. Мансур көслө генә ойошмаға водитель булып урынлашҡас, тормоштары ла бөтәйеп китте. Йөклөлөк осоро бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үтте. Сабыйҙың донъяға тыуыр көнө лә яҡынлашҡандан -яҡынашты. Бер көндө Зилә иртә менән үҙен насар тойоп уянып китте. Хәленең мөшкөллөгөн аңлап, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырттылар һәм балалар табыу йортона алып та киттеләр. Табиптар Зиләнең баланы үҙе таба алмаҫын әйтеп, сабыйҙы операция ярҙамында алырға кәрәк тигән ҡарарға килде. Көтөп алған ҡыҙҙары иҫән-һау яҡты донъяға килде, тик Зилә генә наркоздан уяна алманы... Был хәл яҡындарына аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ тәьҫир итте. 20 йәшлек кенә Зилә, йәшәүҙең тәмен дә тойоп өлгөрмәй, был донъянан бик иртә китеп барҙы. Мансурҙың ата-әсәһе оло йәштә ине, улар был хәлгә юғалып та ҡалды. Зиләнең әсәһе Зәлифә апай шунда уҡ үҙенең быйыл ғына институтҡа ингән ҡыҙы Ләйлә менән күҙ йәштәренә быуыла -быуыла ейәнсәрен ҡарашырға Себер тарафтарына юлланды. Зиләне юғалтыу ҡайғыһы уларҙың йөрәген телгеләһә лә, бәләкәскә ҡарап күңелдәрен йыуаттылар. Мансур өйҙә һирәк була, ул да ҡайғыһын эше һәм кескәй балаһы менән баҫты. Көндәлек мәшәҡәттәр менән сентябрь айы ла яҡынлашты. Зәлифә апайҙың алған ялы тамамланып, эшкә сығырға ваҡыты етте, Ләйләгә институтҡа барырға кәрәк. Нимә эшләргә? Мансур эшен юғалтаһы килмәй, бала ҡарап өйҙә генә ултыра алмай. Тормошоноң мәғәнәһенә әүерелгән кескәй ҡыҙы Зифаны үҙенән алыҫҡа ебәрергә теләге юҡ. Инде төрлөсә кәңәшләшкәндән һуң Ләйлә сабыйҙы ҡарашып еҙнәһе янында ҡалырға булды. Апаһының төҫө булған бәләкәсте ҡалдырып китергә көсө етмәне уның. Уҡырға, һөнәр алырға теләге ҙур булһа ла, балаға ҡарата һөйөүе көслөрәк булып сыҡты. Үҙе лә балалыҡтан сығып бөтмәгән Ләйлә көнөн төнгә ялғап туғанын баҡты. Еҙнәһе ҡайтыуға өйҙө лә матурларға, ашарға бешерергә өлгөрҙө. Балаға алданып күңел яралары ла аҙ ғына баҫылғандай тойолдо. Зифа көндән- көн үҫте, тәүге ихлас көлөүе, ултыра башлауы, үҙенсә хәбәр һөйләүе – былар барыһы ла шул тиклем ҙур күңел кинәнесе бирҙе өйҙәгеләргә. Бала ҙурайған һайын унда апаһының йөҙ һыҙаттарын күрҙе Ләйлә. Кисен бергәләп кескәй Зифаны саф һауала йөрөтөү, ауырыған сағында төндәр буйы эргәһенән китмәй ҡарау, беренсе әйткән һүҙенә, тәүге аҙымына ҡыуаныу – был уртаҡ мәшәҡәттәр Ләйлә менән Мансурҙың араһын яҡынайтты. Мансурҙың үҙенә ҡарата йылы ҡарашын Ләйлә бөтә күңеле менән тойҙо, ҡыҙ ҙа үҙе һиҙмәҫтән уға тартылды. Ләкин хис-тойғоларын тиҙерәк күңел төпкөлөнә йәшерергә тырышты. Апаһының рухына тап төшөрөү, яҡты иҫтәлегенә хыянат итеү һымаҡ ҡабул итте был хистәрен. Зифаға бер йәш тулыуға ныҡлы ҡарарға килеп, тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Институтта баш көллө уҡыуға сумып, һеңлекәше лә, еҙнәһе лә тураһында уйламаҫҡа тырышты. Көндөҙ уҡыу, кистәрен әхирәттәре, дуҫтары менән төрлө концерт, спектаклдәргә йөрөп күңелен алданы. Ләкин бик тиҙҙән ҡыҙҙың йөрәген һағыш баҫты, шул тиклем дә һеңлеһен күргеһе килде. Апаһының төҫө булған Зифаны бары үҙе генә матур итеп ҡарай алыр, ул ғына бөтә йөрәге менән яратыр һымаҡ тойолдо. Бер йома апаһының рухына доға уҡытырға тип мәсеткә барып, бик оҙаҡ ултырып күңелен тынысландырып ҡайтты. Тап шул төндә ап-асыҡ итеп ҡәҙерлеһе төшөнә инде. Һәр ваҡыттағыса бик ихлас йылмайып ҡаршыһына килеп баҫты ул. -Ләйлә туғаным, Мансурға тормошҡа сыҡһаң, уңырһың. Минең дә күңелем ҡыҙым өсөн тынысланыр. Үҙеңде яфалама, Мансур менән һин бергә булырға тейеш. Минең өсөн иң яҡшыһы хәҙер – доғалар менән иҫкә алыуығыҙ, – тине лә ашыҡмай ғына китеп юғалды. Ләйлә ҡапыл уянып китте һәм өнөндә һымаҡ булған ап- асыҡ төшкә ғәжәп итте. Уның юҡҡа инмәүен аңланы, күңелен еңеллек тойғолары биләне. Студенттар өсөн иң яуаплы мәл – ул сессия осоро. Зачет, имихандарға әҙерләнеп үткәргән йоҡоһоҙ төндәрҙе студент булған кеше генә аңлайҙыр. Яңы йыл алды ла Ләйлә өсөн ошо ауыр мәшәҡәттәргә күмелде. Тиҙерәк уларҙы тапшырып, ауылға ата-әсәһе янына ҡайтыу хыялы менән янды ҡыҙ. Шәмбе көнө бүлмәләш ҡыҙҙары кемеһе –ауылына, кемеһе туғандарына таралышып бөткәс, яңғыҙы ҡына ултырып ҡалды Ләйлә. “Ярай, күберәк билеттарымды уҡырмын, фекеремде тарҡатыусы булмаҫ”, –тип бынан да ыңғай яғын табырға тырышты. Һәм шул мәлдә ишек шаҡынылар. Кем булыр икән? Ләйләне был һаҡ ҡына ишек ҡағыу һағайта төштө. Сөнки ятаҡтағылар шаҡыр-шаҡымаҫтан бүлмәгә килеп тә инә, хәбәрен һөйләй ҙә башлай. Ләйлә барып ишекте асыуға үҙ күҙҙәренә үҙе лә ышанманы. Кескәй генә Зифаны күтәреп унда Мансур баҫып тора ине. Икеһе лә күңелгә шул тиклем ҡәҙерле, яҡын кешеләр. Ләйлә Зифаны ҡосаҡлап алды. Бигерәк ныҡ һағынғайны ул ғәзиз һеңлеһен... -Ләйлә, беҙ һинең артыңдан килдек. Һинһеҙ йәшәй алмайбыҙ, икебеҙгә лә бик кәрәкһең, – тине Мансур Ләйләгә яғымлы ҡарашын төбәп. Шул күрешеүҙән башҡа айырылманы улар. Артабанғы яҙмыштары үҙенән-үҙе хәл ителде. Мансур ҡыҙы менән Ләйлә йәшәгән ҡалаға күсеп ҡайтты. Ләйлә уҡырға, Зифа балалар баҡсаһына йөрөнө, Мансур эшләп ғаиләһен ҡараны. Хәл-ваҡиғаның ошолай килеп сығырына иң нығы, моғайын да, ата-әсәйҙәре шатланғандыр. Ейәнсәрҙәре өсөн күңелдәре тынысланды уларҙың.Туйҙы ҙурҙан ҡубып үткәрмәнеләр. Туғандарын йыйып ыҡсым ғына табын ойошторҙолар. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йылда Ләйлә игеҙәк улдарын ҡулына алды. Балаларын берҙәй яҡын итеп, ҡәҙерләп үҫтергән Ләйлә менән Мансур бер-береһен ҡатлаулы юлдар аша тапһа ла, үҙҙәренең бәхеттәренең тәмен тойоп йәшәүҙәре менән һоҡландыра. Ә Зиләнең яҡты рухы юғарынан бағып, яҡындарын бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, изгелек теләп оҙатып барған һымаҡ... Автор фотоһы.