Киләһе йылдан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә “Ауыл тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Быйыл проект Алыҫ Көнсығыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың 26 төбәгендә эшләй башланы. Төбәктәр белгестәр йәлеп итеүгә 90 миллион һум аҡса аласаҡ. Физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарға эшкә килгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Алыҫ Көнсығышта ул – ике миллион, башҡа төбәктәрҙә бер миллион һум тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле: Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы Башҡортостанда эшләй башланы. Беҙҙә чемпиондар тәрбиәләргә теләүсе йәш белгестәргә 1 миллион һум аҡса бирелә. 2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән "Ауыл тренеры" программаһы уңышлы эшләп килә. Һөҙөмтәлә ул беҙҙә генә түгел, федераль кимәлдә лә ҙур популярлыҡ яуланы. Әлбиттә, был матур мөмкинлекте кем ҡулынан ысҡындырһын?! Тренер Нина Фёдорованың Ҡалмығстандың баш ҡалаһы Элистанан иренең тыуған яғы Бәләбәйҙәге “Чемпион” спорт мә