Өфөлә Ағиҙел аша аркалы күперҙе реконструкциялау 2022 йылдың яҙында башланғайны. Транспорт хәрәкәте был күперҙә 12 һыҙат буйынса ойоштороласаҡ. Әле “Уралмостострой” компанияһының 70 белгесе күпер аша үтергә мөмкинлек бирәсәк һуңғы эштәрҙе башҡара, ә тулы реконструкция һәм күперҙең тирә-яғын күркәмләндереү 2026 йылда тамамланасаҡ. - Ағиҙел аша аркалы күпергә, тейешле талаптарға ярашлы, тест һынауы ла үткәрелде, – ти «Уралмостострой»ҙың 30-сы күпер отряды етәксеһе Дмитрий Терёшкин. – Ул динамик статик өлөштәрҙән тора. Ҙур йөк тейәгән транспорттың тәгәрмәстәре тикшереү өсөн күпер буйлап кузовтарына ҡом тейәлгән машиналар үтәсәк. Һынауға Мәскәүҙән килгән “Мосты” ғилми-тикшеренеү институты вәкилдәре етәкселек итә. Күперҙең тейешле урындарында улар күрһәткестәр биреүсе датчиктар ҙа урынлаштырҙы. Быйыл Башҡортостанда бер юлы 20 күпер төҙөлә һәм реконструкциялана. Улар араһында Октябрьский ҡалаһы янындағы Ыҡ йылғаһы аша, Дүртөйлө – Нефтекама трассаһындағы Танып йылғаһы аша, Белорет районынд